Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яҙмыш-булмыш-йәшәйеш
21 Декабрь 2020, 12:35

Ике балаларын етем ҡалдырып...

Быйыл март айында бар республика тетрәндәргән енәйәтте хәтерләйһегеҙме? Октябрьский ҡалаһындағы Еңеү паркында кешеләр ҡанға батҡан ҡатын-ҡыҙ кәүҙәһен таба. Уны айырыуса бер вәхшилек менән үлтергән булалар.

Тәфтишселәр тиҙ арала ғәйепле кешене таба. Ул ҡатындың элекке ире булып сыға. Улар оҙаҡ йылдар бергә йәшәй, ике балаға ғүмер бирәләр. Тик төрлө сәбәптәр буйынса айырылышалар. Үпкәсел ир үҙен ҡалдырғанды кисерә алмай. Ҡатыны артынан йөрөүен дауам итә, уға даими рәүештә бысаҡ һүрәттәре ебәреп тора. Йәнәһе, ул кире ҡайтмаһа, шул бысаҡ менән үлтерәсәк.
Һөҙөмтәлә, вәхши уйлағанын тормошҡа ашыра. Сираттағы тапҡыр ҡатындың яңғыҙы ҡалғанын күҙәтеп тора һәм уны туҡмай башлай. Бысаҡ менән уның түшенә һәм муйынына күп тапҡырҙар сәнсә.
Аҙаҡ ҡулға алынғас, суд ултырышында ул элекке ҡатынын үлтерергә теләмәүе тураһында әйтә. Имеш, ул уның менән матурлап һөйләшергә килгән, тик ҡатын уға ҡысҡыра башлаған һәм насар һүҙҙәр әйткән. Йәнәһе, балаларҙы алып икенсе ҡалаға күсеп китәм, икенсе ирҙән өсөнсө бала табам һәм ул һинең кеүек тотлоҡмаясаҡ тип әйткән. Тап шул һүҙҙәрҙән һуң уның йәне көйгән һәм ҡатынын үлтергән.
Суд уның был һүҙҙәренә артыҡ иғтибар итмәй. Вәхши 12 йылға дөйөм режимлы колонияға ултырасаҡ. Шулай уҡ элекке ҡатынының туғандарына миллион һумлыҡ компенсация һәм адвокат өсөн 30 мең һум түләргә тейеш.
Фото: КП-Өфө.
Автор: Альфия Мингалиева.
Читайте нас: