Һинең күңел кисерештәреңде аңлайым, бәхетле, парлы булыуыңды мин дә теләйем. Шулай ҙа, дөрөҫөн һөйләп бирһәң, артабан һеҙҙең мөнәсәбәттәрегеҙҙең ниндәй юҫыҡҡа күсеүен төҫмөрләй ҙә алмайым. Сөнки мин уны ла, һине лә бөтөнләй белмәйем. Әммә һинең яңы тормошоңдо ялғанһыҙ башлау теләге һоҡландырмай ҡалманы. Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә, был турала онотмаҫҡа ғына кәрәк. Бигерәк тә суд аша үткән хәлдәрҙе оҙаҡ итеп йәшереп тә, минең унда ҡыҫылышым юҡ, тип ант итеп ҡотолоп та булмай. Бәхетле булыуҙың серҙәре ябай һәм шуларҙың береһе – яратҡан кешең алдында намыҫыңдың таҙа булыуы. Венера, һинең ике юлың бар: дөрөҫөн һөйләргә йәиһә өндәшмәҫкә. Һайла. Ҡайһы вариантты һайлаһаң да, зинһар, үтенесемде ишетсе: ҡыҙыңдың күңелен аяп, уға тағы ла һыҙланыуҙар аша үтмәҫлек итеп эш ит.