Даирә
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҙмыш-булмыш-йәшәйеш
9 Декабрь 2020, 14:11

"Яңы йылды күрермен тип уйламағайным..."

Был хәлдең үҙе менән булғанына ышана алмай илап ебәрә оло кеше.

Ейәнсәре арҡаһында фатирынан ҡыуылып сығып, подъезд иҙәнендә түшәктә йоҡлап йөрөгән оло кеше тураһында һүҙебеҙ. Бабайҙың ауыр хәлгә тарығанын ишеткән мәрхәмәтле кешеләр ярҙамға килеп, уның яҙмышын яҡшы яҡҡа бороп ебәреүгә өлгәшкән. Был башҡа һыймаҫлыҡ ваҡиға әллә ҡайҙа ла түгел, Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендәге күп ҡатлы йорттарҙың береһендә булғайны. Хәҙер бабайҙың артабанғы яҙмышын "Ҡәҙерле ҡарттарым" йәмғиәте үҙ өҫтөнә алған. Бабайҙың ошо көнгә төшөүен ишеткәс, социаль хеҙмәткәрҙәр был ғаиләне күреп һөйләшеү өсөн фатирға килә, әммә юлдары уңмай - ейәнсәре бикле ишек аша әрләшә генә. Һөҙөмтәлә участка полицейскийын саҡыртырға тура килә. Тәү күргәндә оло кеше бик аяныслы хәлдә була: йыуынмаған-ҡырынмаған тип әйтеү генә аҙ, эргәһенә яҡын килерлек түгел - еҫләнгән, өҫтәүенә аслыҡтан һәм ауырыуҙарынан аяғында ла баҫып тора алмай. Хеҙмәткәрҙәрҙең һәм йәмәғәтселәрҙең йылы мөнәсәбәтенән, бигерәк тә "ҡарттар йортона урынлашырға ярҙам итербеҙ" тигән һүҙҙәренән ул хатта илап ебәрә. Бабайҙың өйҙә ҡалған документтарын тик полиция ярҙамында ғына инеп алырға мөмкин була. Ошо көндәрҙә йәмғиәт етәксеһе Ольга Ремаренко социаль селтәрҙәрҙә Леонид Дмитриевичтың хәле тураһында яҙып сыҡты: "Олатаһын шулай ҡыуып сығарыу уны туп-тура үлемгә этәреү менән бер, сөнки бабайҙың һаулығы ла ныҡ ҡаҡшаған. Әлеге ваҡытта Леонид Дмитриевичтың хәле һәйбәт, артабанғы сара - медицина комиссияһы үткәреп, интернатҡа урынлаштырыу. Бар ярҙам итеүселәргә, ауыр хәлдәге кешенең яҙмышына битараф булмаусыларға ҙур рәхмәт. Ул хатта хәленең яҡшы яҡҡа үҙгәреүенә ышанмай ҙа. Яңы йылды күрә алмай подъезда үлермен тип уйлаған". Бына шулай, гел ҡаранан ғына ла тормай тормошобоҙ, арабыҙҙағы миһырбанлы, хәстәрлекле кешеләр изге эштәре менән уны йәмләндереп, йәнләндереп, яҡтыртып ебәрә, үҙ арттарынан башҡаларҙы ла дәртләндерә - шуға күңел ҡыуана. Фото: социаль селтәрҙән. Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас: