Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп ҡатын-ҡыҙ тиран иренән туҡмалып, иҙелеп йәшәй. Үҙендә көс табып киткәндәренә лә еңел түгел. Ошоноң кеүек ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләрҙең береһе Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй. “КП-Өфө” баҫмаһы хәбәр итеүенсә, уларға “Изгелек йәйғоро” ирекмәндәре ярҙам итә. Алина үҙен туҡмаған һәм тыныс йәшәргә бирмәгән холоҡһоҙ иренән ҡаса. Уның 6 һәм 4,5 йәшлек ике балаһы бар. Ҙур ҡыҙы иһә инвалид, уны даими ҡарарға кәрәк. Ҡатын иренән киткәс, әсәлек капиталына баракта уңайлыҡтары булмаған бүлмә һатып ала. Әммә бүлмәлә йәшәү шарттары бик насар. Өйҙә һыу юҡ, йыуыныр урын да ҡаралмаған. Стеналар күгәреп бөткән. Ирекмәндәр белдереүенсә, Алина эсмәй, бар көсөн һалып балаларын ҡарай. Ул өйөн тәртиптә тота, икмәк бешерә. Түләүҙәр алмай, баҡһаң, суд приставтары коммуналь хеҙмәттәр өсөн булған бурысы арҡаһында уның банк картаһына тыйыу һалған. Бөтә булған аҡсаһын ул өлкән ҡыҙына тотона. Инвалид балаға һәр ваҡыт дарыуҙар һәм подгузниктар кәрәк. – Беҙ уға даими ярҙам итеп торабыҙ. Әле ремонт эшләргә теләйбеҙ, сөнки шарттары бигерәк ҡурҡыныс. Ул тәртиптә тоторға тырышһа ла, был өйҙә йәшәрлек түгел. Тәү сиратта күгәргән ерҙәрен таҙартырға, диван алырға уйлайбыҙ, - ти ирекмәндәр. Был ғаиләгә аҡса йәки аҙыҡ-түлек менән ярҙам итергә теләһәгеҙ, ирекмән Регинаға 8-919-616-60-26 телефонына шылтырата алаһығыҙ. Фото: социаль селтәрҙән. Автор: Альфия Мингалиева