Улар ваҡиға урынына килеп еткәнсе, 22х8 метр майҙанлы ике фатирлы кирбес йорттоң ҡыйығын ут ялмаған була. Биш берәмек техника, 16 ҡотҡарыусы ярҙамында янғын һүндерелә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фажиғәлә тотош ғаиләнең – 27-шәр йәшлек ир менән ҡатындың, уларҙың ете һәм дүрт йәшлек балаларының ғүмерҙәре өҙөлә.
Баймаҡ районының Ишмырҙа ауылында сыҡҡан янғын да өс кешенең ғүмерен ҡыя. Янғын һүндереүселәр килгәндә 6х7 метр ҙурлыҡтағы ағас йорт яна. Утты ауыҙлыҡлағас, 1985, 1989 йылғы йәш ирҙәрҙең һәм 1964 йылғы ҡатындың мәйеттәре табыла.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының урындағы идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ведомствоның тәфтиш-оператив төркөмө янғын сығыу һәм үлем сәбәптәрен асыҡлау буйынса тикшереүҙәр башлаған.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса идаралығынан.