Әле ҡасан ғына Яңы Ҡыйышҡы ауылынан Үтәгән ауылына Фәрғәт исемле егеткә кейәүгә сыҡҡан ине. Бер-береһен яратышып, балалар үҫтереп, донъя көтөп киттеләр. Фәрғәте изге һөнәрҙәрҙең береһе – ветеринар эшен башҡарҙы. Үтәгән ауылы малдары барыһы ла уның ҡарамағында булды. Төн, ял, байрам тимәй, ул һәр саҡырған ергә барып, малҡайҙарҙы дауаларға ашыҡты. Эшендә лә, өйҙә лә өлгөрөргә тырыша ине. Үҙ көстәре менән ҙур, иркен йорт һалып инделәр.Быйыл Фәрғәте иҫән булһа, бергә ғүмер итеүҙәренә 45 йыл тулған булыр ине. Юҡ шул, Дилара апайға бик иртә 4 ҡыҙ бала менән тол ҡалырға тура килә. Фәрғәте 43 кенә йәшендә ҡапыл ғына вафат булып ҡуя. Иң кесе ҡыҙҙарына бер йәш кенә булып ҡала. Ауыр ҡайғыһын ҡыҙҙары менән баҫа Дилара Әсҡәт ҡыҙы.“Ҡайғынан бөгөлөп төшһәм, балаларҙы кем ҡарай?” – тип үҙен ҡулға алып, ғәзиздәре өсөн йәшәй башлай әсә кеше.Егерме йыл район ҡулланыусылар йәмғиәтенә ҡараған ауыл магазинында аҙыҡ-түлек, көнкүреш тауарҙары һатып халыҡты хеҙмәтләндерә. Ул замандарҙа бар эш тә ҡул көсө менән башҡарыла. Һыуыҡ магазинда көндәр буйына һатыу итеүе, ауыр-ауыр тартмалар, йәшниктәр күтәреүе еңел булмай. Эштән ҡайтҡас, мал-тыуар ҡарарға, балалар тәрбиәләргә кәрәк. Башҡалар ыңғайына баҡсаһында йәшелсә-емешен дә үҫтерә, барыһына ла өлгөрә. Ҡыҙҙарының да барыһына ла яҡшы тәрбиә биреп, белем алырға, үҙ аллы тормош ҡорорға ярҙам итә.Ярай әле, ҡайны-ҡәйнәһе бик яҡшы кешеләр була, гел ярҙам итешеп йәшәйҙәр. Дилара апай ҙа уларға бурыслы булып ҡалмай. Ҡәйнәһен һуңғы юлға оҙатҡансы тәрбиәләп ҡарай.Ауылдаштарына хеҙмәт итеүен дауам итеп, Дилара апай 18 йыл буйына хат ташыусы эшен башҡара. Бында ла эш еңелдән булмай, ауыр сумка күтәреп йәйен-ҡышын, ыжғыр буранда, эҫе селләлә өйҙән-өйгә йөрөп гәзит-журналдар, хаттар тарата. Ат менән дә, велосипедта ла йөрөргә тура килә уға.Әлбиттә, уның тырыш хеҙмәте күп Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары менән билдәләнгән. Ауылдаштары ла Дилара Әсҡәт ҡыҙына ярҙамсыллығы, ихласлығы өсөн рәхмәтле. Ләкин ауыр хеҙмәттә эшләү барыбер үҙенекен итә, Дилара апай һуңғы осорҙа быуындар һыҙлауынан интегә. Ярай әле, күрше-күләне, ауылдаштары ярҙамсыл, хәл белешеп йөрөйҙәр. Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалаларында йәшәүсе ҡыҙҙары Айгөл, Алһыу, Гөлфиә, Фаягөл ғаиләләре менән аҙна һайын ҡайтып, уның бар эштәрен эшләшеп китәләр.- Аллаға шөкөр, ҡыҙҙарым тәртипле булдылар, уларға рәхмәттән башҡа һүҙем юҡ. Кейәүҙәрем дә улдарым кеүек, һәр әйткән эшкә йүгереп торалар.Үҙемә килгәндә, һәр эшләгән эшемде яратып, кешеләр мәнфәғәте өсөн башҡарҙым. Шуға ла хат ташыусы эшен хөрмәт итһендәр ине, тип әйткем килә, - ти Дилара Әсҡәт ҡыҙы.Мәҡәләм геройына балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең ҡәҙер-хөрмәтендә, һау-сәләмәт булып тағы оҙаҡ йылдар йәшәргә яҙһын.Гөлсәсәк Аласова.Роза Тажетдинова фотоһы.