Ҡатын үҙенең өс балаһын ҡая башында туғандары менән ҡалдырып, түбәнгә ҡолаған бала эргәһенә төшә. Тәүге ярҙамды күрһәтә – баланың йәрәхәтләнгән аяғын футболка менән урап, ҡайыш менән таяҡ бәйләй. Кроссовкаһын сисеп, бауын тартып ала, табанын таҫтамал менән урап, шул бау менән бәйләй. Туғандарына ашығыс ярҙам хеҙмәтен һәм ҡотҡарыусыларҙы саҡыртырға ҡуша.
Ошондай дөрөҫ ярҙам күрһәткән Светлана – үҙе һөнәре буйынса тырнаҡ оҫтаһы. Ярҙамсыл ҡыйыу ҡатындың был изгелеге Башҡортостан етәкселегенең иғтибарынан ситтә ҡалманы. Шулай итеп, “Батырлыҡ өсөн” миҙалы Себер яҡтарына –Юграға хужаһына ебәрелде.