Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яҙмыш-булмыш-йәшәйеш
12 Ноябрь 2020, 16:49

Ғилман ағайҙың изгҽлҽгҽн онотмайым

Мин Ғилман ағайҙың “башҡорттар бер-береһенә ярҙам итергә тейеш”, тигәнен иҫкә төшөрөп, уға шылтыраттым. “Ғилман ағай, миңә утын кәрәк ине”-,тим. Бер аҙ шым торғас, мунсаңамы, тип һораны. Мин: “юҡ, өйөмә яғырға”, тим. “Ҡайҙа йәшәйһең?”-ти ул ғәжәпләнеп. “Үҙәк баҙарға яҡын ғына”, тигәнемде ишеткәс, аптырап китте: “Китсәле, булмаҫ, Өфө уртаһында утын яғып йәшәмәйҙәрҙер инде”, -ти. Көскә ышандырҙым. “Ярай, һылыу, мин һиңә шылтыратырмын”, - тине лә һалып ҡуйҙы. Миңә оят булып китте. Шағир кешене бимазалап, әллә ниндәй ярҙам һорап башын ҡатырҙым, тип үҙемде әрләп алдым

16 ноябрҙә изгҽлҽк көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан гәзитҽбҽҙ һорау алырға булды. Кҽмдҽң ҡылған изгҽлҽгҽ өсөн рәхмәтлҽһҽгҽҙ? Бәлки, кҽмдҽңдҽр яҡшылығы тормошоғоҙҙа ҙур роль уйнағандыр? Регина Камалова, Өфө ҡалаһы: - Изгелек көнө уңайынан, шуны әйтер инем, иң беренсе беҙ Аллаһы Тәғәләгә барыһы өсөн дә рәхмәтле булырға тейеш. Тормошомда күп кешеләрҙең изгелектәре өсөн рәхмәтлемен. Шулай ҙа, шағир Ғилман Ишкининдың миңә ауыр саҡта ярҙам ҡулы һуҙыуы ныҡ хәтҽрҙә. 2000-се йылдар башында Ғилман ағай менән уның тураһында мәҡәлә яҙырға барғанда таныштым. Ул “Шоңҡар” ҙа эшләй ине. Уның “беҙ, башҡорттар, бер – беребеҙгә башҡорт булғаныбыҙ өсөн генә лә ярҙам итергә тейешбеҙ. Ҡалала күптән урынлашып йәшәгәндәр яңы ғына ауылдан килгәндәргә терәк булырға тейеш”-, тигәне хәтерҙә. Хушлашҡанда, һылыу, берәй йомошоң булһа, шылтырат, тип эш телефонын бирҙе. Ул ваҡытта Үҙәк баҙарға яҡын ерҙә йортҡа ингәйнем. Йорт хужаһы дүрт айға алдан аҡса алды ла, өй артындағы утынлыҡ яғына ымлап, ошо утын ҡыш сығырға ҽтә, тине. Мин ғүмерҙә лә мейескә утын яҡҡаным булмағас (беҙҙең ауылда мин бәләкәй саҡта уҡ газ ингән), яҡшылап ҡарап та торманым, ышандым. Килеп ҡарағанда йортта балаҫ-маҙар булғанғамы, йәмле генә күренгәйне. Асҡысты алырға барғанда өй эсе етемһерәп, шөкәтһеҙ булып ҡалғайны. Өйҙә ике мейес. Эске яҡта - тимер, алғы яҡта - кирбестән, кирбес аралары ярылып бөткәс, сепрәк-сапраҡ тултырып “ямалған”. Асҡысты ҡулыма алып, бик осһоҙға төштө, тип шатланып эшкә киттем. Ҡайтһам, йыуынғыста һыу туңған, өй эсе һыуыҡ. Тиҙ генә утын алып инеп, яғып ебәрҙем. Мейестең “ямалған” урындарынан төтөн быҫҡый башланы. Ә эс яҡтағы йомро тимер мейес ныҡ ҡыҙҙы, тотҡаһына йәбешкәйнем, кофтамдың еңе көйөп сыҡты. Уның ҡарауы, бик алыҫ булмаған колонканан һыу алып ҡайтҡансы, өйҙә йылы ғына түгел, хатта эҫе ине, мунса еҫтәре сыға. Тынсыулыҡтан ишектәрҙе асырға тура килде хатта. Эштән ҡайтыуға йыуынғыста тағы һыу урынына – боҙ. Бер нисә көндән утыным да бөттө. Ярылмаған бер нисә бүрәнә ҡалды. Йорт хужаһына шылтыратып, хәлде аңлаттым. Ул Үҙәк баҙарға барып, бомж ҡиәфәтле ағайҙарға бер ярты алып бирергә лә, уларҙан утын ярҙырырға тәҡдим итте. Киттем баҙарға. Аҙыҡ-түлек һатылған ерҙә, ысынлап та, ундай ағайҙар таш иҙәнгә ҡатырғалар түшәп, ҡалтыранып ултыра. Ҡайҙан инде уларға яҡын барып өндәшеү, тиҙерәк сығып киттем. Йорт хужаһына шылтыратып, тиҙ генә утын килтерегеҙ, йә аҡсамдың яртыһын булһа ла кире ҡайтарығыҙ, тинем. Ә ул көлөп, ишеген дә бикләмәй сығып китә алаһың, “под снос йорт бит ул”, тине. Мин Ғилман ағайҙың “башҡорттар бер-береһенә ярҙам итергә тейеш”, тигәнен иҫкә төшөрөп, уға шылтыраттым. “Ғилман ағай, миңә утын кәрәк ине”-,тим. Бер аҙ шым торғас, мунсаңамы, тип һораны. Мин: “юҡ, өйөмә яғырға”, тим. “Ҡайҙа йәшәйһең?”-ти ул ғәжәпләнеп. “Үҙәк баҙарға яҡын ғына”, тигәнемде ишеткәс, аптырап китте: “Китсәле, булмаҫ, Өфө уртаһында утын яғып йәшәмәйҙәрҙер инде”, -ти. Көскә ышандырҙым. “Ярай, һылыу, мин һиңә шылтыратырмын”, - тине лә һалып ҡуйҙы. Миңә оят булып китте. Шағир кешене бимазалап, әллә ниндәй ярҙам һорап башын ҡатырҙым, тип үҙемде әрләп алдым. Тыңланы ла онотор ҙа, эше былай ҙа күп, тип үҙемде йыуаттым. Ярты сәғәт тә үтмәне, Ғилман ағай шылтырата, үҙе көлә рәхәтләнеп. “ Һылыу, һиңә бәлки утын түгел,торлаҡ кәрәктер, “-ти. Мин булған ғына барлыҡ аҡсамды 4 айға алдан түләгәнемде әйттем. “ Ярай, һылыу, ҡайтармаһа-ҡайтармай инде. Мин ике ай йәшәп торорға һиңә ятаҡтан бүлмә белештем. Асҡысын килеп ал”,-тимәһенме. Ышаныр-ышанмаҫ ҡына эштән һуң “Шоңҡар” редакцияһына киттем. Ғилман ағай көлә-кәлә ҡаршыланы. “Вәт һин мине аптыраттың, Өфө уртаһында утын яғып йәшәйҙәрме?”- ти йылмайып. Мин 4 айлыҡ утынды 3-4 көндә яғып бөткәнемде, бомждарҙы эҙләп йөрөгәнемде һөйләгәс, тағы көлдө. Бер ғалим дуҫы ғилми эше буйынса ике айға ҡайҙалыр китә икән, ятаҡ бүлмәһе- уның китапханаһы. “Ҡара уны, йыйыштырам, саң һөртәм, тип кәштәһендәге берәй китапҡа, ҡағыҙға тейеп ҡуйма”, -тип иҫкәртеп, асҡысты, адрес яҙылған ҡағыҙҙы миңә тотторҙо. Хәҙер уйлап ҡарайым да, ярты сәғәт эсендә ике тапҡыр ғына күргән кешегә милләттәш булған өсөн генә торлаҡ табып бирә алыусы кеше бармы икән? Юҡ, әлбиттә. Күңел күҙҙәребеҙ томаланғанға ғына ла түгел. Ғилман ағайҙыҡы кеүек ышаныслы дуҫтары булғандар ҙа юҡтыр ул хәҙер? Бына шундай милләттәшемдең изгелеген күреү бәхете миңә лә тейҙе... Ауыр тупрағы еңел, урыны йәннәттә булһын.
Читайте нас: