ЮХХДИ матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, авария һөҙөмтәһендә еңел автомобилдең пассажиры, Өфөлә йәшәгән 44 йәшлек ҡатын һәләк булған. Иномарка водителе яҡындағы дауаханаға оҙатылған. Фураларҙың водителдәре хәле тураһында хәбәр ителмәй. Ваҡиға урынында бөтә тейешле хеҙмәттәр эшләй, фажиғә сәбәптәре асыҡлана.
Миҙгелдәр алмашынған осорҙа водителдәрҙең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен айырыуса теүәл үтәүе, иғтибарлы булыуы мөһим. Оло юл бәләкәй генә хаталарҙы ла ғәфү итмәй. Иҫән-һау йөрөгөҙ, яҡындарығыҙҙы хафаға һалмағыҙ, юл йөрөгәндә уяулыҡты юғалтмағыҙ!