Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яҙмыш-булмыш-йәшәйеш
5 Ноябрь 2020, 15:51

Ғүмер йомғағын һүтеп

Түбәнге Төкөн ауылына юл төшкәндә оло кешенең хәлен белешәйек, тип гәзитебеҙҙең әүҙем яҙылыусыһы Нәсимә Әҙеһәм ҡыҙы Мөхәмәтйәнованың ҡапҡа төбөнә машина менән килеп туҡтаныҡ. Ашҡынып килгән ҡунаҡтарҙы инәйҙең Һарығолаҡ ҡушаматлы эте ҡаршы алды. Эт тауышына йүгерә-атлай Нәсимә инәй ҙә килеп сыҡты. Үҙенең мөләйемлеге, ихласлығы менән ул беҙҙе түргә әйҙүкләне. Юлдан өшөп, асығып килгәнһегеҙҙер, тип өҫтәл түрендә ултырған еҙ самауырын шыжлатты.

- Көҙ айы әсе һыуыҡтары менән беҙҙе ҡурҡыта алмаҫ, сөнки замана менән иш барабыҙ. Бына газ үткәреп киттеләр, өйҙә йылы, донъяма нур өҫтәлгәндәй булды. Ошо ҡыуаныстан хәл белешергә ингән һәр кемгә хәйер бирәм. Һеҙҙе лә буш сығармайым,- тип беҙгә лә ҡулъяулығы менән хуш еҫле һабынын тотторҙо. Эйе, донъяның рәхәтлеген күреп, оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын инәйгә.
Самауыр артында оҙаҡ һөйләшеп ултырҙыҡ. Үҙенең тормош юлы хаҡында ихлас әңгәмәһен тыңлап, ваҡыттың үткәнен дә һиҙмәгәнбеҙ. Үҙ ғүмерендә донъяның әсеһен-сөсөһөн күп татыған Нәсимә инәй.
- Эйе, ғүмер тигәнең аҡҡан һыу шикелле үтә. Ошо көнгәсә йәшәүемә бик шатмын. Тормоштоң ауырлыҡтарын да, шатлыҡтарын да күрҙем. Биреш­мәгән­мен, ныҡ ҡатын булғанмын икән, тип ҡуям,- ти ул йылмайып.
Ысынлап та, Нәсимә инәй иңенә һынауҙар күп ята. Ғаиләлә иң өлкәне булараҡ, алты туғанына атай-әсәй урынына ла, оло терәк апай ҙа, әхирәт тә, дуҫ-иш тә булырға тура килә. Бынан тыш, ун бала тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына сығарған әсәй ҙә ул.
- Беҙҙең бала саҡ ауыр заманаларға тура килде. Уйын уйнай алмай үҫтек. Беҙ балалар тип, ауырлыҡтан, эштән ҡасманыҡ. Ауылдағы ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, ауыл фермаһына эшкә сыҡтым. Һауынсы булдым, оло апайҙар менән бер рәттән эшләнем. Сибек кенә ҡыҙ баламын. Ҡыш көндәре аяғыма резина итек кейеп, әсе һыуыҡтарҙа тәмле йоҡоларҙы ҡалдырып, таңғы биштән тороп эшкә китеүҙәрем...- тип көрһөнөп ҡуйҙы. - Быуындарым нығы­нып та өлгөрмәгән ҡулдарым менән һыйырҙың дүрт еленен көс-хәл менән тартам. Көнөнә өс тапҡыр унар һыйыр һауып, ике ҡулым да шешенеп китә ине.
(Дауамын гәзиттән уҡығыҙ)
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотоһы.
Читайте нас: