Даирә
+17 °С
Облачно
Яҙмыш-булмыш-йәшәйеш
30 Октября 2020, 12:40
Өлфәт Мостафин менән иртәгә хушлашасаҡтар
Иртәгә, 31 октябрҙә Өфөлә, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай бинаһында сәғәт 9-ҙан 11-гә тиклем (Зәки Вәлиди урамы, 40-сы йорт) Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин менән хушлашыу сараһы була.
Барлыҡ санитар талаптарҙы үтәү маҡсатында сараны тура эфирҙа күрһәтәсәктәр. Уны “Вся Уфа” телеканалында, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәрендә ҡарап буласаҡ.
Шулай уҡ хушлашыу сараһын Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай бинаһы һәм Өфө ҡалаһы хакимиәте ҡаршыһында ҡуйылған экрандарҙан да ҡарап буласаҡ.
Санитар нормаларҙы боҙмаҫ өсөн хушлашырға теләүселәрҙән өйҙә ҡалыуҙары һәм сараны үрҙә телгә алынған сығанаҡтар аша тура эфирҙа ҡарауҙары һорала.
Фото: ufacity.info
Автор: Гүзәлиә Балтабаева.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"
Новости 2
Звезда башкирской эстрады Элвин Грей чудом избежал гибели на трассе М-12
В столице Башкирии готовятся к двум масштабным культурным событиям
Внимание, аграрии: Шведская муха атакует!