Даирә
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яҙмыш-булмыш-йәшәйеш
15 Октябрь 2020, 17:55

Тыныс йоҡла, Айнур!

37 генә йәшлек Айнур Фәтиховты юғалтыу бик күптәр өсөн ауыр ҡайғы. Республикабыҙҙың сәнғәт донъяһы билдәле музыкант, баянсы, уникаль артисһыҙ ҡалды.

Булыр бала биләүҙән, ти халҡыбыҙ. Айнур ҙа бәләкәйҙән үҙен бик талантлы егет итеп күрһәтә. Ҙур уңыштарының береһе – 1997 йылда Швейцарияла “Донъя кубогы” халыҡ-ара баянсылар конкурсында VII урынды яулай. Уның тормошонда башҡа ҙур бәйгеләр ҙә күп була, уҡыған йылдарында төрлө халыҡ-ара конкурс-фестивалдәрҙә еңеп сыға.
Виртуоз баянсы башҡа уйын ҡоралдарында ла бик оҫта уйнай ине. Ҡурай, төрлө гармундар, аккордеон, тальян, ҡумыҙ – улар менән дә бик оҫта эш итә белә ул. Һәләтле егет башҡорт һәм татар мәҙәниәтендә киң танылыу яулаған артист булды. Айнур уҡыу йылдарында уҡ танылыу ала, уны билдәле артистар үҙҙәренә эшкә саҡыра. Егетебеҙ 2007 йылда альбомын сығарыуға өлгәшә. Бында ул үҙен йырсы булараҡ та күрһәтә.
Һуңғы йылда ул Ришат Төхвәтуллин менән бергә эшләй. Уның менән концерттарға йөрөй. Ришаттың администраторы Илгиз Бәҙретдинов белдереүенсә, уларҙың киләсәккә пландары ҙур булған.
- Ул беҙҙең менән бер миҙгел эшләне, икенсеһен дә башларға тейеш инек. Ошо арала ныҡ яҡынға әйләнеп бөттө. Ҡояш кеүек яҡтылыҡ, энергия таратып торған кешеләр була бит - ул шундай ине. Беҙгә килде лә, үҙебеҙҙең кеше булды. Бер йыл буйы бергә йәшәнек тиһәң дә була. Был ҡайғыны ишеткәс, төркөмдә бөтәһе лә илай, - тигән ул.
Айнурҙың бик иртә китеүе ысынлап бик күптәрҙе шаңҡытты. “Уның кеүек артистар миллионға бер тыуа. Яныңда Айнур баҫып тора икән, бер ниндәй ҙә оркестр кәрәк түгел”, – тип һөйләйҙәр уның тураһында ижадташ дуҫтары.
– Виртуоз, гениаль, йыһан киңлектәрен айҡаған тип әйтһәк, был Айнурҙың сифаттары булыр. “Тормош арбаһы”, “Йәшәһен беҙҙең колхоз”, "Йөрәк йәш” кеүек йырҙарымды сәхнәгә сығарыуҙа Айнур ярҙам итте. Ул бит музыкант ҡына түгел, аранжировщик та булды. Айнур бер үҙе лә сәхнәне тултырырлыҡ музыкант һәм артист ине. Был – бик ҙур юғалтыу. Ә Хәлит ағай менән Лилиә апай өсөн – ғүмерлек хәсрәт. Уларға Хоҙайҙан сабырлыҡ һорайым. Их, Айнур-малай, күпме йырланмаған йыр ҡалды бит, ә? – ти Башҡортостандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимов.
– Мин Айнурға һәр ваҡыт: “Һинең урының – донъя сәхнәһендә” тип әйтә торғайным. Шул уҡ ваҡытта уның яп-ябай ауыл клубының һап-һарыға буялған иҙәнендә бейеп-бейеп уйнағанын күргәнем булды. Һеҙ ҙә уның ошолай итеп уйнағанын күргәнһегеҙҙер. Бейей-бейей, уйнай-уйнай инеп юғалдымы инде ул? Ижади мираҫын юғалтмаһаҡ ине, – ти Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Марат Шәйбәков.
Илһөйә Бәҙретдинова ла Айнур тураһында йылы һүҙҙәре менән уртаҡлашты.
– Иң профессиональ музыкант китте. Бөтә уйын ҡоралдарында ла уйнай белә ине ул. Ғаиләһе менән сәнғәт кешеһе булды. Атаһы ла, ағаһы ла – виртуоз баянсылар. Әсәһе йырланы, тик Айнур бөтәһен дә уҙҙыра ине. 16 йәшендә Мәскәүҙә бер бәйгелә еңгәс, уны сит илгә саҡырҙылар. Атаһы Хәлит ағай, йәш әле тип ебәрмәне. Уның китеп барыуын ишетеү үҙәктәрҙе өҙҙө. Әле бит күпме пландарыбыҙ бар ине. Шул тиклем кешелекле, яғымлы, йылмайып ҡына торған егетебеҙҙе юғалттыҡ. Урыны ожмахта булһын, – тине ул.
Яҡташыбыҙ, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә Биктимерова ла Айнурға бәйле йылы һүҙҙәрен әйтте.
– Айнур Фәдистең күҙ алдында үҫкән бала. Уның ғаиләһе менән яҡшы танышбыҙ. Атаһы менән бергә эшләнек. Шул тиклем киң күңелле, яҡшы кеше китеп барҙы. Бер ҡасан кешене һөйләмәне. Хатта ҡайһы берҙә сәхнә артында берәй һүҙ башлаһаҡ, ул тороп сығып китер ине. Әле атаһы менән әсәһенә бик ауыр. Яҡындарына сабырлыҡ теләйем, – тине ул.
Ошо бәләкәй генә яҙмала нисә тапҡыр виртуоз һүҙе осраны икән? Эйе, Айнур кеүек талант эйәһе тураһында һөйләгән саҡта башҡа һүҙ табып булмай кеүек. Ысынлап та иҫ киткес ҙур талант эйәһе булды шул ул.
Бөгөн Айнур Фәтихов менән Өфөнөң көньяҡ зыяратында хушлаштылар. Тыныс йоҡла, Айнур! Хәлит ағай, Лилиә апай, ныҡ булығыҙ, һеҙгә сабырлыҡ теләйбеҙ.
Фото: Инстаграм.
Автор: Альфия Мингалиева
  • Читайте нас: