Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яҙмыш-булмыш-йәшәйеш
11 Октябрь 2020, 13:30

Үҙе мәрхүмә булды...

Баш ҡаланың 18-се дауаханаһында Зилә Әхмәрова вафат булған. Ул – “Вся Уфа” каналының элекке хеҙмәткәре.

Тап ул карауатынан ҡолап төшөп, оҙаҡ ҡына иҙәндә ятҡан күрше ҡатынды видеоға төшөрөп, интернетҡа һалғайны. Был яҙма халыҡ араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡайны.
“Зилә Әхмәрова төндә үлде. Улы шылтыратып, мәрхүмәне тәнен ярып тикшереүгә сиратҡа ҡуйғандар тип әйтте. Кәүҙәне ике көн үткәс кенә бирәсәктәр”, – тигән “Башинформ” агентлығына үҙ сығанағы.
Билдәле булыуынса, 18-се дауахана ковид-госпиталгә әйләндерелде. Учреждениела дауаланған Зилә Әхмәрова ауыр хәлдә ине.
Ғаиләнең ҙур ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: Башҡортостан ДТРК-һы.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: