Һин иҫ киткес сабыр кеше булдың. Сабый ғына көйөнә атайһыҙ ҡалып, күп михнәттәр күреп үҫеүеңә ҡарамаҫтан, үҙеңдә түҙемлелек, кешелеклелек, ғәҙеллек кеүек сифаттарҙы һаҡлай алғанһың. Атайың һуғышта һәләк булып ҡалғас, үгәй атай ҡулында тәрбиәләнгәнһең, үҙеңдән бәләкәй туғандарыңды аяҡҡа баҫтырышҡанһың. Бала сағыңдан өлкәндәр менән бер рәттән ауыр эштәр башҡарырға тура килгән. Колхоз эшенә лә бик иртә егелелгән һеҙҙең быуын кешеләре. Аслыҡ-яланғаслыҡты, юҡлыҡты ла үҙ иңдәрегеҙҙә күтәргәнһегеҙ.
Тракторсылар курсын тамамлағас, колхозда ғүмер буйынса ДТ-75 тракторында ал-ял белмәй эшләнең. Бик намыҫлы итеп, эште еренә еткереп эшләүеңде барса халыҡ белә. Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң да үҙеңде аяманың, 3-4 йыл эшләүеңде дауам иттең. Бер эштән дә ҡурҡманың , иң ауыр эштәрҙе башҡарҙың. Үҙ ғүмереңдә үҙеңдең тырышлығың менән ике тапҡыр йорт һалдың.
Әңкәйем менән беҙҙе, балаларығыҙҙы яратып , ел-ямғыр тейҙермәй үҫтерҙегеҙ. Ғәҙел булырға, алдашмаҫҡа, урлашмаҫҡа , кеше әйберенә теймәҫкә өйрәттегеҙ. Беҙ иҫерек, насар һүҙҙәр әйткән атайҙы күреп үҫмәнек. Һәр ваҡыт беҙҙе ҡайғыртып, хәстәрләп торҙоң. Эштән алып ҡайтҡан “ҡуян күстәнәстәре”ңде көтөп ала торғайныҡ. Ҡайҙа барһаң да, күп итеп күстәнәс, кейем алып ҡайттың. Үҫеп буй еткергәс тә, “йылы кейенеп йөрөгөҙ, һыуыҡ тейҙереп ҡуймағыҙ”, тип әйтеп кенә торҙоң. Шул һүҙҙәрең, ҡайғыртыуың етмәй хәҙер.
Ауырып ятҡан сағыңда ла, бер ҙә зарланманың, һыҙланыуҙарыңды беҙгә һиҙҙермәнең, тештәреңде ҡыҫып булһа ла түҙҙең. Нисек баҫалҡы, сабыр булдың, шулай тыныс ҡына баҡый донъяға күстең. Барыһы өсөн дә рәхмәт әйтәбеҙ, тыныс йоҡла, ҡараңғы гүрҙәрең яҡты, тар ҡәберҙәрең киң булһын, ҡәҙерлебеҙ.
Тик бер генә көнгә булһа ла.
Ҡәбер һалҡынында инде күптән
Йөрәккәйе өшөп туңһа ла.
Атайымды ҡайтарығыҙ әле,
Тик бер генә килә күрәһем.
"Һағындым бит, атай, һине", тиеп
Сәстәренән килә үбәһем.
Атайымды ҡайтарығыҙ әле,
Бик күп йылдар инде үтһә лә.
Риза булыр инем яндарымдан
Өндәшмәйсә үтеп китһә лә.