Даирә
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҙмыш-булмыш-йәшәйеш
14 Сентябрь 2020, 17:13

КҮРШЕЛӘР

Ғүмер буйына бергә,, күрше йәшәгән Зөһрә апай тураһында, Вәсилә апай бик ҡыҙыҡ итеп һөйләй.

“Йәш кенә көйө, ике бала менән, тормош иптәшемдән айырылып ҡайттым. Шулай итеп, бер яҡта күршем Ғәбиҙә апай күҙ булып, ишегемә ҡараһа, икенсе күршем Зөһрә апай ҡолаҡ булды. Мин, ялғыҙ ҡатын булғас, күңел китек. Шуға ла инде, радио минең яҡын дуҫ! Гел генә таҡылдап, янымда һөйләп торғанын яратам. Басира апайым әйтмешләй, улар илаһа илайым, уллар көлһә көләм! Яҙ етә башлау менән, бөтә эш, аласығымды боҙғас, соланыма сыға. Билгеле радио ла үҙем менән бергә. «Юлдаш» каналынан берәй матур йыр ишетһәм, ҡушылып йырлай башлайым. Зөһөрә апай, минең йырлағанды ишетеп ҡала ла, шаҡ иттереп, таянып йөрөгән таяғы менән солан таҡтаһына һуға. ”Йырлама, йырлаған кеше бәхетһеҙ була!”-тип асыулана. Хәйер Зөһрә апай, үҙе лә, бик матур , моңло тауыш менән йырлай торған ине. Ҡайһы берҙә, ”Йырла әле шул йырҙы !”-тип һораһаң, йырламай, ләкин бер үҙе ҡалғанда, моңланғанын йыш ҡына ишетә торған инем. Хәйер, Минегөл Кинйәбаева, ауылда “Йәншишмә”ансамбле ойоштороп ебәргәс,оло-оло ауыл апайҙары Башҡортостандың төрлө райондарына йөрөп, концерт ҡуя инеләр. Зөһрә апай ҙа, улар менән бергә йөрөнө. Беҙ ни, ул ваҡыттарҙа, йәш ҡатын-ҡыҙҙар, матур итеп бейей, йырлай белһәк тә, хөкүмәткә эшләгәс, төрлө райондарға сығып йөрөргә форсат булманы.
Хәҙер бына уйлайым да, аптырайым!,Зөһрә апай, бар ергә лә өлгөрөр ине. Ҡасан ғына, иртә-кис булһынмы, барып инәһең, һәр ваҡыт, уның өйөнән пөхтәлек борхоп торор ине. Туҙып бөткән сепрәкте лә әрәм итмәй: ”Кәрәк булыр әле!”-тип йыуып, үтекләп матур итеп тәңкләп, һалып ҡуйыр ине. Ә үҙе шул хәтлем һөйләшергә, ауыл яңылыҡтары менән танышып, белеп торорға яратыр ине. Шуның өсөндөр инде, миңең өйөмә кем генә килмәһен, күреп ҡалһа, инә һалыр ине”-тип, Вәсилә апай, әҙ генә уйланып ултырҙы ла, һүҙен дауам итте . .
“Бер ваҡыт шулай, ҡаршыла йәшәгән, хәҙер ул да мәрхүм инде, Азат ағайҙарға йомош менән индем. Һөйләшә-һөйләшә сәй эсеп ултырғас, ваҡыт үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалғанмын. Бер аҙҙан, Зөһрә апай килеп инде лә, аптырап китте. Миңә ҡарап:
- Ах, һин ҡасан килеп индең әле, әле генә, бер ир менән бикләнеп, йырлашып ултыра инең бит !-тине. Мин ,ғәжәпкә ҡалып: -Ниндәй ир? Әле ул, ир тигән нәмәне, төштә лә күргән юҡ!» -тип, көлөп ебәрҙем. Зөһрә апай, үҙе лә миңә ҡушылып көлә башланы. - Урамға сыҡһам, соланыңда , һинең, бер ир менән йырлап ултырғаныңды ишеттем дә, асыуым сыҡты. Оялмайынса, көпә-көндөҙ, кеше көлдөрөп,, ирҙәр менән йырлашып ултырмаһа!- тип уйлап, соланыңа һуҡтым. Һеҙ ни, һаман ишетмәгәнгә һалынып, йырлайһығыҙ ҙа, йырлайһығыҙ! Тағы бер мәртәбә ныҡ ҡына итеп солан таҡтаһына таяғым менән ебәрҙем д,ә ҡысҡырып: "Эй, оятһыҙ! Кем менән йырлашып ултыраһың! Ғәбиҙә һаңғырау булһа ла, минең ҡолаҡ шәп?"-тинем. Һин һаман өндәшмәгәс, йәнем көйөп, Азатҡа һөйләп, һине икәүләп оялтырға ине уйым! - тине .
Ә Вәсилә апай, радионы асып ҡалдырған булған. Ә унда, Фәрәүез Урманшин менән Резеда Аминева, яңы ғына сыҡҡан “Яңғыҙҙарҙы кемдәр яратыр!”- тигән йырҙы башҡарғандар икән. Һүҙгә оҫта, кеҫәгә инмәгән Зөһрә апай:
- Вәсилә, һин бит был яңы йырҙы әртистәрҙән арттыраһың, әртист кенә булаһың булғанда бит, бына беҙ ҙә, әллә кем булып, беҙҙең күрше Вәсилә йырлай тип, һине генә тыңлап ултырған булыр инек! “–тип, тиҙ генә Вәсилә апайҙы маҡтап ҡуйған.
Вәсилә апайҙың һөйләгәненә ҡушылып, Хөснә апайым да ,уның бер ҡыҙығын һөйләп бирҙе. Хөснә апай менән Вәсилә апай бәләкәйҙән бергә үҫкәс, уларҙың ҡайғы -шатлыҡтары, серҙәре лә бергә. Туған да, серҙәш –әхирәттәрҙә улар! Шулай, бер ваҡыт, Хөснә апай, буш ваҡыт табып, Вәсилә апайға ,тиҙ генә, йыйылып килгән серҙәрен һөйләргә тип килә.
Ишектән кереүе була, тәҙрәнән Зөһрә апайҙың инеп килеүен күреп ҡала, ла, тиҙ генә ишекте элгескә элә. Зөһрә апай ишекте шаҡып-шаҡып тора ла, ҡайтып китә. Бер аҙ ултырғас, Хөснә апайым, бер аҙ һөйләшеп ултырғас, ҡайтырға сыға. Уның ҡаршыһына Зөһрә апай югереп сыға. -Хәйер бирергә ингәйнем һиңә, ишекте асманығыҙ! Мә, ҡайтҡас доға ҡылырһың!-тип, бер ни булмағандай бер һум аҡсаны Хөснә апайға һуҙа. Хөснә апай, ни әйтергә белмәй: -Юҡ, нишләп, беҙ өйҙә булманыҡ бит! Кәртә артынан, Вәсилә менән Ришаттарға йомошҡа барып килдек!-тигән, аҡланырға тырышып. Зөһрә апай үпкәләимәй генә: - Шулайҙыр шул! Миндә берәйһен кертәһем килмәһә, ишегемде эстән бикләйем дә, кәртә артынан ғына , Нурислам улыма югерәм!” –тип яуап биргән.
Зөһрә апайҙың төрттөрөп әйткән һүҙҙәрен, Хөснә апай өйөнә ҡайтҡас ҡына төшөнөп, оят булып киткән.
“-Зөһрә апай, был доньянан баҡыйлыҡҡа күскәндә лә, шул хәтлем сабыр булып , ауырыған сағында,: «эһ!»- тигәнен дә ишетмәнек !”- тип, Зөһрә апайҙы һағынып иҫкә алдылар улар.
Читайте нас: