Бөгөн иртән йырсыны репетицияға алып барырға тип уның янына, йәғни баҡсаһына, ижадташ дуҫы, йырсы Илһам Шәриф бара һәм... вафат булған хеҙмәттәшенә тап була. Әлегә үлеменең сәбәптәре билдәле түгел.
Хәмдүнә Тимерғәлиева 1949 йылда Башҡортостандың Борай ауылында донъяға килә. Ғүмере буйы Татар дәүләт филарманияһында эшләй, әммә үҙенең Башҡортостанын бер ваҡытта ла онотмай, бәйләнеште өҙмәй.
Яҡташыбыҙҙың туғандарының, яҡындарының, дуҫтарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Йырсының вафаты - ике милләт сәнғәте һәм мәҙәниәте өсөн бик ауыр юғалтыу.
Йәнең йәннәттә булһын, хөрмәтле яҡташыбыҙ, яратҡан йырсыбыҙ.