Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яҙмыш-булмыш-йәшәйеш
10 Сентябрь 2020, 13:45

Башҡа ҡайтмаҫ өсөн киткән...

19 августа Белорет ҡалаһында 35 йәшлек ҡатындың ғәйеп булыуы, яҡындары бик ныҡ борсолоуы, бигерәк тә 15 йәшлек ҡыҙының әсәһе өсөн көйөүе хаҡында хәбәр иткәйнек.

Мәғлүм булыуынса, Айгөл Фәйзуллина өйөнән сығып киткәндә бер әйберен дә үҙе менән алмаған, сумкаһы, телефоныдокументтары өйҙә ҡалған.
Кисә иһә Белореттан насар хәбәр килде: ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәш әсәнең йәнһеҙ кәүҙәһе табылған. Был хаҡта “Комсомольская правда” порталы Айгөлдөң апаһына һылтанып хәбәр итә. Әйткәндәй, юғалған ҡатындың яҡыны уның элек тә өйҙән сығып киткеләүе, әммә һәр саҡ бәйләнешкә сығыуы хаҡында ла белдергән.
Кисә иһә Айгөлдө ерләгәндәр. Ҡайһы бер сығанаҡтар хәбәр итеүенсә, йәш ҡатындың кәүҙәһен һыуҙа тапҡандар. Тәү ҡарамаҡҡа был ваҡиғала криминал эҙ юҡ.
Айгөл Фәйзуллинаның яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, түҙемлек теләйбеҙ.
Фото: “Комсомольская правда” порталы.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева.
Читайте нас: