Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яҙмыш-булмыш-йәшәйеш
10 Сентябрь 2020, 16:15

Бәлә уны туҡталышта төшкән ерҙә һағалаған

Яҡындарының һөйләүенсә, фажиғә - 73 йәшлек ирҙең аңғармаҫтан үлеме - 5 сентябрҙә тимер юлында, "Спорт" туҡталышында булған. Уны электричка бәрҙереү ихтималлығы тураһында фараз бар.

"Ул Урман ауылы яғындағы баҡсанан "Спорт" туҡталышына тиклем килгән. Өйҙә сәғәт алтыла булырға тейеш ине. 18.25-тә уның номерынан таныш түгел кеше шылтыратып, үлеме тураһында хәбәр итте", тип һөйләгән ғаилә ағзаларынан береһе. Тағы шул билдәле булған: һуңғы тапҡыр иҫән көйө ирҙе электричкала бер туғаны күргән.

"Ҡулындағы биҙрәләге сливаға бер ни ҙә булмаған, ә бына арҡаһындағы биштәре эсендә имен әйбер юҡ, алма, күҙлек һауыты менән, градусник бәрелеүҙән селпәрәмә килгән", - ти туғандары.

Аңғармаҫтан ҡапыл үлеп ҡалған ирҙе 7 сентябрҙә ерләгәндәр. Хәҙер туғандары хәл-ваҡиғаның ни рәүешле, ҡайһы урында булғанын асыҡлағыһы килә.
"Нисәмә йылдар баҡсаһына шулай тыныс ҡына йөрөнө ул. Беҙ уның ҡайһы урында фажиғәгә тарып, һәләк булғанын да белмәйбеҙ. Бәлки, ваҡиғаны күреүселәр барҙыр, шул урынға венок һалыр инек..." - мәрхүмдең туғандарының үтенесе был. Иғтибарлап ҡарағыҙ әле, бәлки, тап һеҙ шул ваҡытта шул урында булғанһығыҙҙыр?..

Фото:Горобзор.ру
Автор: Аклима Гизатуллина.
Читайте нас: