Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яҙмыш-булмыш-йәшәйеш
4 Сентябрь 2020, 11:50

Бер ауылда – бер үҙе...

Лидия әбей Стәрлебаш районының Ивановка ауылында яңғыҙы йәшәй. 80 йәштә булһа ла, биҙрәләп һыу ташый, кәзә аҫрай, умарта тота, тормошона зарланмай, тип хәбәр итә Bash.News.

Ошо бәләкәй, әммә йәмле өй эсендә 80 йыл эсендә бер ни ҙә үҙгәрмәгән. Бында уның олатаһы йәшәгән, ошо йорттан бер йәшлек Лидияның атаһын һуғышҡа оҙатҡандар. Ул фронттан әйләнеп ҡайтҡанда, ҡыҙ инде биш йәшлек булған.
Әсәһе ҡыҙын тәрбиәләмәгән, уны атаһы, өләсәһе һәм олатаһы тәрбиәләп үҫтергән. Тормошҡа сыҡҡас, Стәрлетамаҡта йәшәгәндәр, бынан утыҙ йыл элек ире менән ауылға әйләнеп ҡайтҡандар. Ул саҡта унда ни бары дүрт йорт ҡына ҡалған булған.
Ә хәҙер Лидия Ефремова - ауылда берҙән-бер хужа! Магазин булмағас, район үҙәгенә ярты йылға бер тапҡыр барып әйләнергә тура килә.
- Мин аҙыҡ-түлекте килограмлап түгел, ә тоҡлап алам. Йәшелсә, һөт, ит етерлек. Тәбиғәттә рәхәтләнеп йәшәйем. Бер нисә километр арала йән эйәһе булмауы һис ҡурҡытмай. Күрше ауылдар халҡы минең хәлемде белә, - ти ул.
Лидия Николаевнаның йорт стеналары тарихи экспозицияға әүерелгән. Олатаһы файҙаланған ҡоралдарға бер быуаттан ашыу.
Тәү ҡарашҡа ул яңғыҙлыҡтан яфа сиккән кеүек, ғәмәлдә һис тә улай түгел, туған-тыумасаһы, таныш-тоноштары Ивановкаға юлды һыуытмай. Ҡалала йәшәгән балалары эргәһенә күсенергә лә ниәте юҡ, киреһенсә, ҡасандыр тормош гөрләп торған ауылда яңы йорттар ҡалҡыр, күршеләр артыр, тип өмөтләнә Лидия Николаевна.
Фото: Bash.News
Автор: Дина Арсланова.
Читайте нас: