Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яҙмыш-булмыш-йәшәйеш
1 Сентябрь 2020, 13:50

17 йәшлек үҫмер һәләк булған

Бәлә яңғыҙ килмәй тигәндәре шулдыр, күрәһең. Ике ай элек уның атаһы һыуға батып үлгән булған...

Үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы төнгө сәғәт 3-тәр тирәһендә Сибай ҡалаһында теркәлгән. "Рейсер Джи Эс" мотоциклына идара иткән 17 йәшлек үҫмер ҡаланың Белов урамында бордюрға бәрелә, аҙаҡ рулгә идара итә алмай, түңкәрелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, егет шунда уҡ йән бирә.
Аҙаҡ асыҡланыуынса, үҫмерҙең транспортҡа идара итеү таныҡлығы булмауы, теркәлмәгән мотоцикл менән йөрөүе билдәле булған. Әле ваҡиға урынында тикшереү эштәре бара, авария сәбәптәре өйрәнелә.
Вафат булыусы Баймаҡ районының бер ауылынан, быйыл ғына 11-се класты тамамлаған һәм Магнитогорск ҡалаһы уҡыу йорттарының береһенә уҡырға ингән. Ике ай элек кенә атаһы һыуға батып үлгән. Бәлә яңғыҙ йөрөмәй тигәндәре шулдыр, күрәһең...
Скутер, мопед, мотоциклға ултыртыр алдынан балаларығыҙға иң тәүҙә транспортҡа идара итеү өсөн таныҡлыҡ алып бирегеҙ, юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәгән осраҡта ҡына йөрөргә рөхсәт итегеҙ. Аҙаҡ улығыҙ йәки ҡыҙығыҙҙың теләге ғүмерлек ғазапҡа әүерелеүе ихтимал.
Яңы ғына оло тормош юлына аяҡ баҫырға йыйынған үҫмерҙең ғүмере шулай ҡыйылыуы бигерәк тә йәл. Уның әсәһенең, яҡындарының оло ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: "Атайсал" гәзитенән.
Автор: Карима Усманова
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/17-y-shlek--mer--l-k-bul-an-433090/
Читайте нас: