Даирә
+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҙмыш-булмыш-йәшәйеш
26 Август 2020, 11:45

Көйһөҙ ҡарттың да йәне бар...

Күршеләрем менән шул тиклем яҡшы йәшәнек, уларҙың яңы йортҡа күсенеүен ишеткәс, күңелгә шул тиклем ҡыйын булды, хатта күҙҙәр йәшләнде. Бер туғандар кеүек серләшеп, кәңәшләшеп йәшәгән был йәштәрҙе башҡаса күрергә тура килмәйәсәген күҙ алдына килтереү ҙә ауыр.

Көндәрҙең береһендә йортобоҙға яңы күрше күсеп килде. Бар яҡтан да элекке күршеләремдең тас киреһе булып сыҡты: үҙе ҡарт, үҙе мыжыҡ, юҡтан ғына тауыш сығарырға тора. Йортта йәшәгәндәргә көн бөттө, айырыуса мине күрә алманы. Ни өсөн тигәндә, себенгә лә насарлығы теймәгән ике иркә бесәйемде дошман күрҙе. Мыяулауҙарын нисек стена аша ишетәлер, белмәйем, миңә ҡалһа, ул юрый ҡылана, нисек тә кешенең йәненә тейергә кәрәк бит. Ҡайҙа ғына ялыу яҙманы, бер нисә тапҡыр комиссия, участковый килеп ҡараны. Баш сайҡайҙар ҙа кире китәләр...

Шулай көсөргәнешле тормошта ярты йыл үтте. Бер саҡ ишек туҡылдатҡанға асып ебәрһәм, алдымда ут күрше баҫып тора. Тағы нимә булды икән, тип һағайҙым. Ҡулында - әле күҙен дә асмаған, өшөүҙән дер ҡалтыранған көсөк! Баҡһаң, уны сүп-сар түккән ерҙә тапҡан. Ниңә минең менән кәңәшләшмәксе булғандыр, аптыраҡ! Йән эйәһен икәүләп клиникаға алып барып тикшерҙек, һау-сәләмәт, тинеләр. Күршем уны өйөнә алып ҡарарға булды. Рекс тип ҡушамат таҡты.

Алланың ҡөҙрәтелер инде, ошо көндән башлап Бәхтийәр ағай менән мөнәсәбәттәр тамырынан үҙгәрҙе. Уның яҙмышы бик әсе булып сыҡты: бынан ике йыл элек ҡатыны ҡаты ауырыуҙан вафат булған, уға тиклем ҡыҙы аварияға осраған. Бер йыл элек улын туҡмап үлтергәндәр. “Йәшәгем дә килмәй ине, армияла бергә хеҙмәт иткән дуҫым ҡотҡарҙы”, - тине ул. Тормошон үҙгәртергә теләп, фатирын алмаштырған. Хәҙер уның яҡын дуҫы бар, көн дә урамға йөрөргә сығалар. Изгелекле, нескә күңелле, йомарт ул минең күршем Бәхтийәр ағай, тик тормош уны ныҡ ҡаҡҡылап һуҡҡылаған, ҡаҡшатҡан...

Фото: doverie-pansionat.ru

Автор: Дина Арсланова.
Читайте нас: