Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яҙмыш-булмыш-йәшәйеш
19 Август 2020, 13:25

Фәнүрҙе ниңә тыуған ауылында ерләмәгәндәр?

Алдан яҙыуыбыҙса, 9 август иртәһендә Стәрлетамаҡ – Белорет – Магнитогорск юлында “Volkswagen Polo“ менән “Волга” автомобилдәре ҡатнашлығындағы аварияла 34 йәшлек егет һәләк булды. “Volkswagen Polo” автомобилендәге егет Белорет районы Ҡаһарман ауылынан. Был ҡот осҡос ваҡиға Ҡаһарман ауылы халҡын шаңҡытты.

Йола буйынса, ауыл кешеһен һәр саҡ тыуған еренә алып ҡайтып ерләйҙәр. Ә Фәнүрҙе ауылда ерләмәгәндәр – ул һуңғы төйәген Аҙнағолда тапҡан. Атаһы – Шәрәфетдин еҙнә сығышы менән ошо ауылдан булғанға, уның тыуған ауылына ерләргә ҡарар иткәндәрҙер, тип уйлағайныҡ. Тик бынан да етдиерәк сәбәп булған икән. Фәнүр йәшләй оло ҡайғы кисергән – малайы ошо ауылда ерләнгән булған. Шуға ла ул туғандарына: “Мин үлһәм, малай эргәһенә ерләгеҙ. Малай яңғыҙ ятмаһын”, – тип әйткән. Шулай итеп, ул алдан үҙенә ятыр урынын да билдәләп ҡуйған. Әллә күңеле берәй нәмә һиҙҙеме икән?
Алдан яҙып үтеүемсә, быйыл йәй беҙ уны Үҙән ауылына тиклем ултыртып алып барҙыҡ, ике туған ҡустыһын армияға оҙатырға китеп бара ине. Ошо һуңғы осрашыуыбыҙ булған. Шунда ул үҙенең хәлдәре менән уртаҡлашты.
Фәнүр Магнитогорск ҡалаһында полицияла бәлиғ булмағандар эше буйынса инспектор булып эшләй ине. Кәләше менән фатир алғандар. Быйыл йәй ауыл эргәһендә китеп барғанда уның машинаһы тоҡанып китеп, унан ҡыҙын алып сағырға ғына өлгөрә, башҡа бөтә әйбере яна. Был хәлдән һуң күп тә үтмәй яңы автомобиль алды. Тик был юлы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҙмыш уны бәләнән йолоп алып ҡала алмай. Туҡтауһыҙ яуған ямғырлы август иртәһендә тыуған ауылына елдергән автомобиль юлдан оса, транспорт бордюрға һуғылып, егеттең ғүмере өҙөлә...
Туғандарына, кәләшенә, сабыйына сабырлыҡ теләйбеҙ. Ныҡлыҡ һәм сабырлыҡ бирһен Хоҙай уларға.



Фото: социаль селтәрҙән.


Автор: Рәмилә Мусина.
https://rbsmi.ru/work/frontend/web/issue-map/update/417298
Читайте нас: