Даирә
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҙмыш-булмыш-йәшәйеш
19 Август 2020, 16:20

Айһылыу өйгә ҡайтты!

Былтыр үҙендә яман шеш барлығын асыҡлаған йәш ҡатын сабыйы хаҡына бөтә нимәне лә эшләүен белдергәйне. Республика халҡы Айһылыуға дауаланыу өсөн аҡса йыйырға ярҙам итте.

Утыҙ йәшлек ҡатын Мәскәүҙә дауаланғандан һуң хәленең яҡшырыуын билдәләй.
"Мин хәҙер өйҙә, һәр көн дауаханаға йөрөйөм, яңы дауа билдәләнеләр, химия терапияһы алам. Табиптар ыңғай үҙгәрештәр башланыуын билдәләй, уларҙың һүҙе сиргә ҡаршы көрәшергә көс бирә,”- ти Айһылыу.
Әле ул дауаланыу өсөн аҡса йыйыуҙы япҡан, башҡаса средстволар туплау кәрәкмәҫ, тип өмөтләнә. Әлегә Айһылыуҙың ҡыҙы ауылда өләсәһендә, әсәһен бик һағынған, тиҙәр. Былтыр тап ошо мәлдә ҡатын баш ауыртыуына, ҡолаҡ шаулауына, күҙҙәре күрмәүенә зарланып, табиптарға мөрәжәғәт иткәйне. Беҙ ҙә уның ныҡышмалығына, көс рухлығына һоҡланабыҙ һәм тиҙерәк һауығыуын теләйбеҙ.
Фото:vk.com

Автор: Дина Арсланова.
Читайте нас: