Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Башһыҙ килеш табылған...

Шишмә станцияһында, ҡала-яны поезы ҡуҙғалып киткәс, рельстар араһында башһыҙ мәйет табылған.

Поезд аҫтына ташланған тип фараз ителгән Анатолий ошо урындан йыраҡ түгел йәшәгән. Барыһы ла уны, тормошто яратыусан яҡшы егет ине, тип хәтерләй. “Ҡустымды ерләнем. Ул тормошто яратты. Суицидҡа барғандыр, тип уйламайым. Ниндәй хәл булғанлығы әле лә асыҡ түгел, шуға төрлө имеш-мимеш таралды”, – тип мөрәжәғәт иткән “ГорОбзор” сайтына Анатолийҙың апай тейешле кешеһе.

Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, ҡустыһы менән икеһенең дә тыуған көнө 6 июндә булған. Үлеме алдынан уға 33 йәш тулған. Егет, ғәҙәттәгесә, туғанына шылтыратып, ғүмер байрамы менән ҡотлаған. “Ул өйләнергә йыйына ине. Ҡыҙын ҡустымды ерләгәндә генә күрҙем. Инсульт кисергән әсәһенә дарыуҙар һатып алыу өсөн ике урында эшләне. Көн һайын шылтыратып һөйләшә инек”, – тип белдергән ҡатын.

Анатолийҙың туғандары ярҙам һорамай. Егеттең дуҫтары уны ерләшергә ярҙам иткән. Тик бына сиркәүҙә генә уға, үлеменең шундай булыуы сәбәпле, йыназа уҡымағандар.

Өфө епархияһында “Горобзор.ру” сайты хәбәрсеһенә суицидтың гонаһ булыуы, шуға Анатолийға йыназа уҡылырға тейеш түгеллеге хаҡында аңлатҡандар.

Фажиғә буйынса тикшереү эштәре бара.

Фото: “ГорОбзор”.
Автор: Айһылыу Низамова.
Читайте нас: