Даирә
+1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яҙмыш-булмыш-йәшәйеш
6 Июнь 2020, 18:35
Әмир нисек йәшәп ята?
Ҡазан хосписында яман шеш ауырыуынан үлгән Айгөл Фазылованың улының хәле нисек? Бындай сирҙән ҡотолоп булмаҫын аңлаған ҡатын үҙе үлгәс улына яҡшы тәрбиә бирә алырлыҡ ата-әсә эҙләгәйне. Шул сәбәпле Андрей Малаховтың 1-се каналдағы тапшырыуында ла ике тапҡыр ҡатнашты. Уның фажиғәле тарихына илдәге бер генә кеше лә битараф ҡалмағандыр - быны баланы тәрбиәгә алырға теләгәндәрҙең күп булыуы раҫлай. Әлбиттә, ҡаты сир менән бар хәленсә көрәшкән ҡатын һуңғы көнөнәсә шәбәйеренә, ғәзиз балаһын үҙе тәрбиәләп үҫтереренә өмөтләнде, тик яман шеш үҙенекен эшләне - 31 генә йәшлек ҡатындың ғүмере үкенесле өҙөлдө...
Ете йәшендә етем ҡалған Әмир Татарстандың Туҡай районында яңы ғаиләлә нисек йәшәп ята һуң тип ҡыҙыҡһыныусылар барҙыр.
"Әмир менән барыһы ла яҡшы. Ул - беҙгә, беҙ уға өйрәнеп бөттөк инде. Әмир бик аҡыллы булып ҙурайып килә. Киләсәктә уны ысын егет итеп күргебеҙ килә. Спорт секцияларына - көрәшкә, бассейнға йөрөнө. Ҡыш саңғыла, конькиҙа шыуҙы. Уҡыуы ла яҡшы. Мәктәп коллективына, айырыуса класс етәксеһенә ҙур рәхмәт", - тип һөйләгән ғаилә башлығы Тәлғәт "ВТ" хәбәрсеһенә.
Әсәһенең үлеме тураһында ла уға ипләп кенә аңлатҡандар. Яңыраҡ ҡәберен күрһәтеп алып ҡайтҡандар. Элек эҫенән ҡурҡҡан малай хәҙер рәхәтләнеп сабынып тороп мунса төшә, тиҙәр. Күренеп тора: саф һауа Әмиргә бик килешкән, ҙурайып киткән. Малай ауыл тормошона тиҙ күнеккән, яңы дуҫтар тапҡан. Ул бик илгәҙәк. Яңы ғаиләне оҡшатыуын йәшермәй, "Улар менән рәхәт", ти, Тәлғәт ағаһы менән Раушания апаһына ҡарап.
Барыһы ла яҡшы, киләсәгең яҡты булһын, Әмир!
Фото: you.tube.com
Автор: Аклима Гизатуллина.
Читайте нас: