Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

“Күп балалы әсәй булғас ҡына яҡынымды тәрәнерәк аңлай башланым”

Бөгөн эстрадабыҙҙың иң моңло һәм сағыу тауышлы, нәзәкәтле, наҙлы йырсыларының береһе, Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Айгөл Һағынбаева күркәм байрамын – тыуған көнөн билдәләй.

Һуңғы ваҡытта уның ижадын үҙ итеүселәр Айгөлдө бер аҙға юғалтып та торғандыр, сөнки башҡорт эстрадаһы һандуғасы әлеге саҡта бик тә мөһим һәм сауаплы ғәмәлдәр менән мәшғүл: былтыр көҙ ул өсөнсөгә әсәй булды. Әммә көндәлек мәшәҡәттәр араһында Айгөл ижад тураһында ла онотмай, киләсәктә уның моңло тауышын, яңы йырҙарын тыңлап ҡыуанырбыҙ әле. Ғөмүмән, күп балалы әсәй булыуым тормошҡа бөтөнләй икенсе күҙлектән бағырға, сабырыраҡ булырға өйрәтте, ышаныс һәм көс өҫтәне, ти Айгөл.
Ошо көндәрҙә иһә йырсы менән йәнле әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Йылдар үткән һайын кеше тормошонда уның бала сағы, шул осорҙағы кисерештәр һәм ваҡиғалар ни тиклем ҙур эҙ ҡалдырғанына, артабанғы тормошта сағылыш тапҡанына инанам. Мин Учалы районының Илсеғол ауылында тыуып үҫтем. Атайым менән әсәйем беҙҙе, өс баланы, бик тә йылы, татыу мөхиттә, ығы-зығыһыҙ, һөйөүгә, наҙға сорнап үҫтерҙе. Һәр ваҡыт бер һүҙле, уртаҡ маҡсатлы булдылар, әле лә шулай, шөкөр. Әсәйем, мосолман ҡатындарына хас булғанса, иҫ киткес сабыр, аҡыллы ҡатын, бер ваҡытта ла атайым менән бәхәсләшеп, һүҙ көрәштереп ултырғанын иҫләмәйем. Ниндәй эшкә тотонһаҡ та, “атайың әйткәнде көтәйек”, “атайың ни тиер” ти торғайны.
Әсәй – беҙҙең менән, атай көнө буйы эштә. Уның ҡайтҡанын бөтәбеҙ ҙә түҙемһеҙләнеп көтөп алабыҙ, ҙур өҫтәл артына киске ашҡа йыйылабыҙ. Бына ошо берҙәмлек тойғоһо күңелгә көс, ышаныс өҫтәгәндер.
Иҫемдә, атай, арып-талып ҡайтһа ла, миңә һәр саҡ иғтибар бүлә торғайны. “Ҡыҙым, бөгөн ниндәй йыр өйрәндең?”, “Шөғөлләнергә ваҡыт таптыңмы?”, “Йә әле, йырлап ҡарайыҡ”, тип талпындырып ебәрә торғайны. Ул саҡта радио һәм телевидениела концерттар һирәк була ине, әммә береһен дә ҡалдырманыҡ. Моңло тауышлы йырсыларҙы тыңлап, ҙур сәхнә тураһында хыяллана башлауым да ошо осорға тура киләлер, бәлки.
Атай, ғөмүмән, һәр ҡайһыбыҙҙың һәләтенә, ынтылыштарына иғтибарлы булды. Кис һайын һәр ҡайһыбыҙ менән мотлаҡ берәр партия шахмат уйнап алыуы ла фекерләргә, тәртипкә өйрәтеүгә булышлыҡ иткәндер.
...Каникулдаҙы өҙөлөп көтә инек, сөнки атай менән әсәй беҙгә вәғәҙә бирә: әгәр ҙә яҡшы уҡыһағыҙ, өй эштәрендә ярҙам итеп торһағыҙ, шул-шул ҡалаға экскурсияға барыбыҙ. Һәр саҡ һүҙҙәрендә тора ла белделәр: мәктәпте тамамлағансы ғаиләбеҙ менән машинала яҡын-тирәләге ҡалаларҙы урап сыҡтыҡ, Мейәс, Златоуст, Магнитогорск, Сыбаркүл, Силәбеләге музейҙарҙа, иҫтәлекле урындарҙа, парктарҙа булдыҡ. Бала сағымдың иң яҡты, матур иҫтәлектәре булып күңелдә ҡалған ошо осор.
Шулай уҡ йыл һайын үткән һабантуйҙарҙы ла ғаиләбеҙ менән көтөп ала инек. Учалы районыныҡы булһынмы, Силәбе өлкәһендәме, атайым менән әсәйем беҙҙе мотлаҡ алып барыр ине һәм, талпыныуымды күреп, мин сығыш яһаһын өсөн сәхнә артында сират ала торғайны. Хәтерегеҙҙә булһа, унда шундай тәртип бар: иң тәүҙә, концерт программаһына ярашлы, райондың үҙешмәкәр коллективтары, йырсы-бейеүселәре сығыш яһай, унан инде сәхнәгә сығып сығыш яһарға теләгәндәргә һүҙ бирелә... Бына ошолай ҙур сәхнәгә табан тәүге аҙымдарымды яһай башланым һәм эргәмдә һәр саҡ дәртләндереп торған, ярҙам ҡулы һуҙған атайым менән әсәйем булды.
Бала саҡтың тағы бер сағыу хәтирәһе – олатай-өләсәй һәм ҡартатай-ҡартәсәй ҙә беҙҙең эргәлә генә йәшәне. Шуға ла уларҙың хәстәрен, иғтибарын тойоп, наҙына ҡойоноп үҫтек. Ғөмүмән, бала сағым әкиәт кеүек булған минең.
...Хәҙер үҙем өс балалы әсәй. Күрәһең, ағайым һәм ҡустым менән күп балалы ғаиләлә үҫеүем киләсәгемдең нигеҙен билдәләгәндер. Әлбиттә, тиң балалар араһында тауыш та сығып китә торғайны, бәхәсләшеп, үпкәләшеп тә ала торғайныҡ. Был йәһәттән күберәк, эргәбеҙҙә булғас, әсәйҙән шелтә эләгер ине. Кисен иһә, атай эштән ҡайтҡас, мотлаҡ ваҡыт табып, бәхәсле урындарҙы тигеҙләп, аңлашылмаусанлыҡҡа нөктә ҡуя торғайны. Әйткәндәй, үҙем өс бала әсәһе булғас ҡына әсәйемде тағы ла тәрәнерәк аңлай башланым: ауылда, ҡырҡмаһа ҡырҡ эш араһында, ҙур хужалыҡты алып барыуы һәм өс балаға иғтибар бүлеү уға еңел булмағандыр. Әле үҙем дә “ошо эште генә бөтәм дә балалар менән уйнап-һөйләшеп алырмын” тип уйлайым, ул арала икенсе мәшәҡәт табыла, унан - башҡаһы. Һәм шулай ваҡыт та үтеп китә...
...Бәхетле, ҡояшлы бала сағым йырағыраҡ ҡалған һайын, атайым менән әсәйемә рәхмәтем дә ҙурыраҡ була бара. Уларҙың тормошо - татыулыҡ һәм берҙәмлек өлгөһө, ғүмер юлымдағы маяҡ, - тип хәтирәләре менән бүлеште Айгөл Һағынбаева.
Моңло тауышлы йырсыбыҙҙы тыуған көнө менән ҡотлап, иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ һәм тағы ла сағыуыраҡ ижад өлгөләрен көтөп ҡалабыҙ!
Фото геройҙың шәхси архивынан.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева.
Читайте нас: