Даирә
-3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йәшлек - ғүмер шишмәһе
19 Ғинуар 2025, 12:46

Илебеҙ ошондай ғаиләләрҙән генә торһа...

Ғаилә тормошо һәр төн һайын юрған аҫтында осрашыуҙан ғына бәрәбәр түгел.

Илебеҙ ошондай ғаиләләрҙән генә торһа...
Илебеҙ ошондай ғаиләләрҙән генә торһа...

Ғаилә - ул бер-береңде яҡлау, һаҡлау, яратыу, хөрмәт итеү. Мөхәббәтле ғаиләнең бәхете әллә ҡайҙан күренеп тора. Ирҙең күңеле көр, тамағы туҡ, өҫ-башы ҡараулы, күлдәк-салбары үтекләүле, аҙымдары ышаныслы. Ирен ир иткән ҡатын үҙе лә яҡлаулы, ысын мәғәнәһендә үҙен көсһөҙ зат итеп тойорға хаҡлы. Иренә хөрмәт күрһәткән ҡатын үҙе лә хөрмәткә төрөнөп йәшәй. Бындай ҡатынға нисек сәскә гөлләмәләре бүләк итмәйһең дә, нисек бәхетле итергә тырышмайһың уны?
Мөхәббәт һәм хөрмәт хөкөм һөргән ғаиләлә балалар ҙа шат һәм бәхетле. Илебеҙ ошондай ғаиләләрҙән генә торһа, тормошобоҙ алға бармаҫ инеме икән ни? Беҙҙең бәхетебеҙ үҙ ҡулыбыҙҙа. Яҡшы тормошҡа юлды үҙ ғаиләбеҙҙән башлайыҡ.

https://vk.com/club158369328?w=wall-158369328_629

Автор:
Читайте нас