Даирә
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәшлек - ғүмер шишмәһе
26 Сентябрь , 15:09

Ҙур ғаилә уйындары

“Рәсәй бөркөттәре” программаһы сиктәрендә уҙғарылған “Ҙур ғаилә уйындары” республика кон­курсының район этабы үтте.

Ҙур ғаилә уйындары
Ҙур ғаилә уйындары

Ҙур ғаилә уйындары

 “Рәсәй бөркөттәре” программаһы сиктәрендә уҙғарылған “Ҙур ғаилә уйындары” республика кон­курсының район этабы үтте.

Был бәйгелә районыбыҙҙа үҙҙәрен иң татыу, иң әүҙем һәм ижади итеп танытҡан ғаиләләрҙән торған 14 команда сығыш яһаны. Ойоштороусылар улар өсөн “Рәсәй бөркөттәре” программаһына ярашлы төрлө йүнәлештәге һорауҙар әҙерләгәйне.

Һәр команда үҙенсәлекле сығышы менән айы­рылып торҙо. Ярыштың һәр этабында бәйгеселәр ҙур оҫталыҡ, зирәклек, тапҡырлыҡ, етеҙлек күрһәт­те. Уларҙың актерлыҡ һәләттәренә, йыр һәм бейеүгә маһирлығына көнләшерлек ине хатта.

Көсөргәнешле бәйгенән һуң еңеүселәр ҙә бил­дәле булды.

Иң күп мәрәй йыйып, Ҡырмыҫҡалының С.М.Чугункин исемендәге мәктәптән Әминевтар ғаиләһе еңеү яуланы. Икенсе урынға Үтәгәндән Баһауетди­новтар ғаиләһе сыҡты, ә өсөнсө урынды Ҡырмыҫҡа­лы гимназияһынан Лаврентьевтар ғаиләһе алды.

Уйында ҡатнашыусы барлыҡ командалар ҙа Маҡтау ҡағыҙҙары һәм иҫтәлекле бүләктәргә эйә булды.

- Бәйгелә ҡатнашыусы һәр ғаиләгә һәм сараны ойоштороуҙа ярҙам күрһәтеүсе Радмир Исламовҡа (“СтендМастер” компанияһы), Винер Юнысовҡа (“Бомба” магазины), Пионерҙар һәм уҡыусылар йортона, спорт мәктәбенә рәхмәттәребеҙ сикһеҙ, - тиҙәр ярышты ойоштороусылар.

Ә хәҙер инде барыбыҙ ҙа сағыу сығыштары менән ҡыуандырған Әминевтар ғаиләһенең республика кимәлендә лә еңеү яулауҙарын көтөп ҡалабыҙ.

Автор:
Читайте нас: