- Тимур, үҙең менән таныштырып китһәңсе?
- Боҙаяҙ ауылында Рәсилә Зәки ҡыҙы һәм Рөстәм Хәлил улы Әхмәтйәновтар ғаиләһендә тыуғанмын. Күпмелер ваҡыт ата-әсәйем менән Нефтюганск ҡалаһында йәшәгәндән һуң Боҙаяҙ ауылына ҡайттыҡ. Унда өсөнсө класты тамамланым, 2010 йылда Ҡырмыҫҡалы ауылына күсеп килдек һәм мин 1-се Ҡырмыҫҡалы мәктәбенә уҡырға төштөм.
- Мәктәптә уҡыған йылдарың нисек хәтереңдә ҡалған?
- Әҙәбиәт фәнен бик яратып уҡыным. Ҡалған дәрестәргә ҡыҙыҡһыныуым уҡытыусыларға хөрмәт йөҙөнән генә ине.
Башҡа тиҫтерҙәремдең төрлө сәйәхәттәргә, республиканың танылған урындарына йөрөмәүҙәрен белеү минең өсөн бик ғәжәп булды. Ә беҙгә иһә класс етәксебеҙ география уҡытыусыһы Илнур Йосопов менән Башҡортостандың мөғжизәле урындарының күп өлөшөн урап сығыу бәхете тейҙе.
- Мәктәптә әүҙем инеңме?
- Уҡыуҙан тыш мин шиғыр һөйләүселәр конкурстарында ҡатнаша, даими рәүештә әҙәбиәт әҫәрҙәренә тауыш бирә һәм үҙ блогымды алып бара инем. Үҙем өсөн спорт менән дә шөғөлләндем. Һуңыраҡ, әҫәрҙәргә тауыш биреү шөғөлөм миңә “Вся Уфа” каналында кастинг үтергә мөмкинлек бирҙе. Был миңә бөгөнгө көндә алып барыусы булып эшләүгә этәргес булды.
- Киләсәктә ниндәй һөнәр һайлаясағыңды белә инеңме?
- 9-сы класҡа барғанда уҡ мин ҡайҙа уҡырға инәсәгем тураһында уйлай инем. Шуға күрә, кәрәкле фәндәрҙе яҡшы билдәләргә тапшырып, элекке авиация, хәҙерге Өфө фән һәм технологиялар университетына уҡырға инеп, сәнәғәт ойошмаһының маркетологы белгеслеген алдым. әлеге ваҡытта персонал менән идара итеү буйынса магистратура тамамлайым.
- Әлеге эшең оҡшаймы?
- Телевидениела алып барыусы булып эшләйем. Эшем дә, коллективым да бик оҡшай. Беҙ иң ҡыҙыҡлы ҡала һәм республика яңылыҡтарын халыҡҡа еткерәбеҙ.
- Буш ваҡытыңды нисек үткәрәһең? Тыуған йортоңа йыш ҡайтып йөрөйһөңмө?
- Ауылға аҙна һайын ҡайтам. Йорт эштәрендә ярҙам итеүҙән тыш, тәбиғәткә сығырға, балыҡ тоторға яратам.
Спорттан төрҙәренән боксты, баскетболды үҙ итәм.
- Райондың йәмәғәтселек тормошонда ла ҡатнашаһыңмы?
- Әлбиттә, тыуған районым хаҡында бер ваҡытта ла онотмайым. Үҫмер сағымдан төрлө байрамдарҙа, ирекмәндәр эшендә һәм саралар ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаштым.
Минең шәхес булып китеүемә һәм өйрәнгән эштәремдә юлымда осрап, нәсихәт һәм белем биргән остаздарыма рәхмәтлемен.
- Кемгә айырыуса рәхмәт әйтер инең?
- Әлбиттә, төрлө яҡлап миңә камил рәүештә ярҙам иткән, барлыҡ башланғыстарымды хуплаған әсәйемә ҙур рәхмәтемде еткергем килә. Нәҡ ул белемгә һөйөү уятты, иң ауыр мәлдәрҙә лә бирешмәҫкә өйрәтте.
- Киләсәккә ниндәй пландарың бар?
- Мин ике айҙан да артыҡ ваҡытҡа пландар ҡормайым, ләкин киләсәктә лә алып барыусы вазифаһында белемемде камиллаштырырға һәм йәмәғәт шәхесе булып үҫешергә теләйем.
- Йәштәргә әйтер теләктәрең.
- Күңелегеҙгә яҡын ҡарар ҡабул итеү өсөн үҙегеҙҙе һәм тирә-яҡтағыларҙы тыңларға өйрәнегеҙ. Әгәр ҙә кеше яратҡан һөнәрен таба икән, киләсәктә лә үрләйәсәк.
- Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Тимур. Һеҙгә киләсәктә лә тик уңыштар юлдаш булһы