Даирә
-17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәшлек - ғүмер шишмәһе
24 Ноябрь 2023, 15:24

Ныҡлы ғаилә төҙөр өсөн йәштәр нимәгә иғтибар итергә тейеш?

Кешелек тарихында быға миҫалдар күп.

Ныҡлы ғаилә төҙөр өсөн йәштәр нимәгә иғтибар итергә тейеш?
Ныҡлы ғаилә төҙөр өсөн йәштәр нимәгә иғтибар итергә тейеш?

Ныҡлы ғаилә төҙөр өсөн йәштәр нимәгә иғтибар итергә тейеш?

Милләт үҙенең ир-егеттәре менән сәскә ата, ә ҡатын-ҡыҙҙар уны камиллыҡҡа еткерә икәнен белеү мөһим. Көслө затһыҙ үҫеш булмаған кеүек, нәфис затһыҙ ҙа сәскә атыу булмаясаҡ. Шуға күрә беҙ, дәүләт ҡатын-ҡыҙҙың камиллашыуына ҡарап үҫешә, тип әйтә алабыҙ. Һәм, киреһенсә, усаҡ һаҡлаусыларҙың деградацияһы арҡаһында милләт үҙенең көсөн юғалта. Бына шуның өсөн дә ныҡлы ғаиләләр төҙөргә кәрәк. Кешелек тарихында быға миҫалдар күп.
     Ғаилә именлеген булдырыу өсөн тәҡүәлек мөһим фактор булып тора. Бында: «Аллаһы Тәғәләнән ҡурҡығыҙ», — тигән әйтем бик урынлы булыр. Ҡатын-ҡыҙға яҡшы мөнәсәбәт менән ҡарағанда был ерҙең ожмахҡа, ә уларҙы ихтирам итмәһәң, тамуҡҡа әйләнеүенә Ер менән күк шаһит. Бәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) үҙенең һуңғы хөтбәһендә ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтарына ҡарата түбәндәгеләрҙе әйтә: «Эй, кешеләр! Ҡатын- ҡыҙ хоҡуҡтарын хөрмәт итегеҙ! Уларға шәфҡәтлелек һәм мәрхәмәт күрһәтегеҙ! Ҡатын-ҡыҙға ҡағылған һәр нәмәлә Аллаһы Тәғәләнән ҡурҡығыҙ! Аллаһы Тәғәлә һеҙгә һеҙҙең ҡатындарығыҙҙы ышанып тапшырҙы, һәм һеҙ уларҙың намыҫын һәм сафлығын һаҡлағыҙ!» (Сахих Әл-Бухари).
     Ошоға бәйле ҡатын-ҡыҙҙарҙы үҙҙәренең бөйөк тәғәйенләнешенән — кешелек нәҫеле лайыҡлы дауам итһен өсөн балалар тәрбиәләүҙән тайпылдырыуҙы логик яҡтан да, иман күҙлегенән дә аңлап булмай. Ир ҙә, ҡатын да үҙҙәренең бөтә һәләттәрен һәм сифаттарын тәғәйенләнеше буйынса файҙаланған осраҡта ғына ғаиләлә именлек һәм тыныслыҡ буласаҡ.
     Бына шуның өсөн дә Ислам ҡанундары буйынса әхлаҡ һәм матди яҡтан отошло булған никах уҡыталар ҙа инде. Шулай итеп, идеаль ғаилә төҙөр һәм уны һаҡлар өсөн бик иғтибарлы һәм етди булырға кәрәк. Юғиһә, был никах күп осраҡта айырылышыу менән тамамланған ир менән ҡатындың ғәҙәти бәйләнешенән бер нәмәһе менән дә айырылмаясаҡ. Хәҡиҡәттә, үҙҙәренә ныҡлы дини һәм әхлаҡи нигеҙ булдырмаған ғаилә союздары айырылышыу менән бөтә йәки ҡәбергә тиклем һуҙылған ғазап сынйырҙары менән бәйләнә. Әлбиттә, бер кем дә үҙенә бындай яҙмыш теләмәҫ ине. Аллаһы Тәғәләнең тәхете һелкенеүе тураһында шундай хәҙис бар, унда айырылышҡан кешеләр тураһында иҫкә алына. Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм): «Өйләнегеҙ, ләкин айырылышыуҙар менән үҙегеҙҙең ғаиләгеҙҙе емермәгеҙ! Айырылышыуҙарҙан Аллаһы Тәғәләнең тәхете һелкенә...» — тигән.

https://nazir1965.com/din/fatixaly-ғailә.html 

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: