Төп документҡа эйә булдылар
Кеше тормошонда мөһим ваҡиғалар күп булһа ла, тәүге тапҡыр ҡулыңа паспорт алыу айырыуса иҫтә ҡала торғанылыр. Нәҡ ошо көндән алып һине тулы хоҡуҡлы Рәсәй гражданы итеп ҡабул итә башлаясаҡтар.
Ошо көндәрҙә Эске эштәр министрлығының Ҡырмыҫҡалы районы буйынса бүлеге начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Динар Сәйфуллин районыбыҙҙа йәшәүсе 14 йәшен тултырған Арыҫлан Исмәғилев, Динис Әһлетдинов, Булат Нурғәлиев һәм Даниэль Шәриповҡа тантаналы рәүештә паспорт тапшырҙы. Йөҙҙәренән әле булһа сабыйлыҡ нуры һирпелгән, әммә шул уҡ ваҡытта етди ҡарашлы үҫмерҙәр ошо көндән алып Рәсәй Федерацияһының тулы хоҡуҡлы граждандары булдылар. Паспорт менән бергә йәш ҡырмыҫҡалылар иҫтәлекле бүләктәр ҙә алды.
Төп документҡа эйә булыусыларҙың да, тантанаға килгән әсәйҙәрҙең дә ҡыуаныстары йөҙҙәренә сыҡҡайны.
- Балаларыбыҙға тантаналы рәүештә паспорт тапшырғандары өсөн бигерәк шатбыҙ. Уларҙың күңелендә был ваҡиға мәңгелеккә уйылып ҡаласаҡ. Балаларыбыҙ аҡыллы, тәртипле ысын граждан булыуҙарын теләйбеҙ, - ти әсәләр ҡыуаныстарын йәшермәйенсә.
- Паспорт ала торған көндө көтөп алдыҡ. Был документты ҡулға алыу бер яҡтан ғорурлыҡ тойғоһо уятһа, икенсе яҡтан ҙур яуаплылыҡ та өҫтәне, - тиҙәр үҫмерҙәр.
Районда 14 йәше тулған йәш граждандарға тантаналы рәүештә шәхесте раҫлаусы, юридик көскә эйә булған документты тапшырыу йолаға әүерелгән. Был турала Динар Ғизәр улы:
- Йыл да балаларға паспорт тапшырыуҙы тантаналы рәүештә башҡарырға тырышабыҙ. Уны төрлө байрамдар ваҡытында ла ойошторабыҙ. Тәүге төп документтарын тантаналы рәүештә алыу балалар өсөн иҫтәлекле ваҡиға булып тора. Әлбиттә, паспорт алыусы балалар бик күп һәм уларҙың һәр береһенә тантаналы тапшыра алмайбыҙ, ҡыҙғанысҡа, - тине.
Рәсәй Федерацияһы гражданы паспортын тапшырыу тантанаһы, тормоштағы мөһим ваҡиға булараҡ, балаларға уның әһәмиәтен аңларға, Тыуған иленә һөйөү тәрбиәләргә ярҙам итә.
Розалия НАЗАРОВА.
Автор фотоһы.