Даирә
+15 °С
Облачно

Сәнғәт юлын һайлаған

Иң матур, хыялға бирелеү, үҙеңдең артабанғы тормошоңдо күҙал­лау һәм асыштар осоро ул - йәшлек. Төрлө өлкәлә ҙур ҡаҙаныштарға ирешкән, маҡсаттарына табан ышаныслы аҙымдар яһаған йәштәр һәр саҡ беҙҙә ғорурлыҡ тойғоһо уята. Ҡырмыҫҡалыла йәшәгән 22 йәшлек Дамир Ишембаев – шундай һәләтле, талантлы һәм әүҙем йәштәре­беҙҙең береһе.

Сәнғәт юлын һайлағанСәнғәт юлын һайлаған
Сәнғәт юлын һайлаған

Ҡарлыман ауылында тыуған Дамир башланғыс белемде ошонда ала. Ауыл клубында эшләгән әсәһенә эйәреп, ул бала саҡтан сәнғәт өлкәһендә тәүге аҙымдарын эшләй - клубта үткәрелгән байрамдарҙа йырлай һәм бейей. Етенсе класҡа Ҡырмыҫҡалының С.М.Чугункин исемендәге 1-се мәктәбенә уҡырға кил­гәс тә ул төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Туғыҙынсы класты тамамлағас, Дамир һөнәри-техник училищела иретеп йә­бештереүсе һөнәрен үҙләштерә.

- Ир-егет өсөн был һөнәр бик мөһим һәм кәрәкле, тип уйлайым. Хеҙмәт юлымды был йүнәлеш буйынса башла­маһам да, ауылда бөтә эштәрҙе үҙем башҡарам, - ти ул был хаҡта.

Училищела уҡыған саҡта Дамир ”Йәшлек” йәштәр үҙәге эшендә ҡайнап йәшәй, волонтер була, йәштәр дискоте­каларында диджей булып эшләй.

Тырыш егет туғыҙ йыл буйына “Ша­яндар һәм тапҡырҙар клубы”нда шөғөл­ләнә һәм, хатта, үҙенең командаһын ту­плап, Өфөлә үткән финал уйындарында ҡатнашыуға өлгәшә.

- “Шаяндар һәм тапҡырҙар клубы”н­да шөғөлләнеү миңә бик оҡшай. Яңы ко­манда төҙөп, был эште тергеҙеп ебәрергә уйлайым, - ти Дамир яратҡан шөғөлө ту­раһында.

Училищены уңышлы тамамлағас, Дамир Ишембаев сауҙа өлкәһенә эшкә урынлаша һәм район Мәҙәниәт һарай­ында Салауат Әйүпов етәкләгән “Дәрт” төркөмөндә йырлай башлай. Һуңынан инде үҙе лә Мәҙәниәт һарайына тауыш операторы вазифаһында эшкә урынла­ша, ситтән тороп М.Аҡмулла исемендә­ге Башҡорт дәүләт педагогия универси­тетына музыкаль белем биреү педагогы һөнәре буйынса уҡырға инә. Бөгөнгө көндә ул 4-се курс студенты.

Театр артисы булараҡ та оҫта­лығын һынап ҡарай йәш егет һәм рай­он Мәҙәниәт һарайында эшләп килгән “Сатҡылар” халыҡ театры ҡуйған Ә. Ат­набаевтың “Игеҙәктәр – илгәҙәктәр”ко­медияһында үҙенә тапшырылған ролде оҫта итеп башҡара. Бөгөнгө көндә Да­мир Ишембаев сәхнәлә “Дәрт” төркөмө менән дә, яңғыҙ ҙа йырҙар башҡара. Шу­лай уҡ үҙе лә башҡорт һәм рус телдәрен­дә йырҙар ижад итә.

- Ижади эш менән шөғөлләнергә яратам. Киләсәктә лә ошо юлдан бары­рмын, сәнғәттән айырылмаҫмын, тип уйлайым, - ти талантлы егет.

Киләсәгенең яҡты булыуын, алдына ҡуйған пландарының тормошҡа ашыуын теләйбеҙ.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас