Салауат ҠОЛБАХТИН, Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжы студенты, Олокүл ауылы:
- Олокүл мәктәбенең 9-сы класын тамамлағас, колледжға уҡырға индем. Бәләкәй саҡтан уҡ программист булырға хыяллана инем. Юғары технологиялар һәм интернет заманында йәшәйбеҙ, шуға күрә гел генә төрлө программалар менән ҡыҙыҡһындым. Программист һөнәре тормошобоҙҙоң бар өлкәләренә лә ҡағыла. Мин дә киләсәктә кешеләргә файҙалы булырҙай төрлө ҡыҙыҡлы программалар төҙөргә уйлайым. Бындай белем менән, хатта, өйҙә ултырып ҡына, интернет аша аҡса эшләргә мөмкин. Студенттарға ла бик күп ижади һәм креатив мөмкинлектәр асыла. Уҡыуҙы ла, үҙеңә оҡшаған шөғөлдө лә бергә алып барырға була.
Мин әле 3-сө курста уҡыйым. Студент тормошо ныҡ оҡшай. Дөйөм ятаҡта үҙемдең курсташтар менән татыу йәшәйбеҙ. Төрлө райондарҙан йыйылһаҡ та, бер-беребеҙҙе аңлап, кәрәк саҡта кәңәшләшеп, ярҙамлашып көн итәбеҙ. Бүлмәбеҙгә график төҙөп элеп ҡуйғанбыҙ һәм һәр кем үҙенең эшен белеп, ваҡытында башҡара. Студент тормошо шулай итеп беҙҙе үҙ аллылыҡҡа өйрәтә. Дәрестәр ҙә күп, өйгә эште лә эшләп өлгөрөргә кәрәк. Әгәр көн тәртибе булдырһаң, барыһын да эшләп өлгөрөргә була, әлбиттә. Ярай беҙ дөйөм ятаҡта йәшәйбеҙ, уҡыу йорто эргәлә генә. Ә ҡайһы бер студенттарға көн дә автобус, электричка менән йөрөргә тура килә. Мәктәп уҡыусыларының һәр ваҡыт белемгә ынтылыуҙарын, үҙҙәренә ышаныуҙарын һәм оптимист булып ҡалыуҙарын теләйем. Һөнәрле кеше бер ҡасан да юғалып ҡалмай, шуны онотмаһындар.