Даирә
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәшлек - ғүмер шишмәһе
12 Сентябрь 2022, 15:10

Башҡортостанда бөтә ил йәштәре йыйыла!

Өс көн дауамында студенттар, эшсе, ауыл йәштәре, эшҡыуарҙар, мәҙәниәт, сәйәсәт өлкәһендә эшләүселәр, төрлө проекттар авторҙары йәштәр проблемалары хаҡында уртаға һалып һөйләшәсәк.

Башҡортостанда бөтә ил йәштәре йыйыла!
Башҡортостанда бөтә ил йәштәре йыйыла!

12-14 сентябрҙә Өфөлә федераль округ һәм бөтә Рәсәй кимәлендәге йәштәр саралары үтә. “Торатау” конгресс-холында “Йәштәр йыйыны – 2022” ойошторола. Был сарала 18 йәштән 35-кә тиклем 600-ҙән ашыу кеше ҡатнаша. Өс көн дауамында студенттар, эшсе, ауыл йәштәре, эшҡыуарҙар, мәҙәниәт, сәйәсәт өлкәһендә эшләүселәр, төрлө проекттар авторҙары йәштәр проблемалары хаҡында уртаға һалып һөйләшәсәк.

Форум яңы теоретик белем алыуҙы ғына маҡсат итеп ҡуймай, ә йәштәр алған тәжрибәһен урында уҡ практик мәсьәләләр сисеп тә нығытып ҡуясаҡ. Бынын тыш һәм иң мөһиме, проекттарҙы яҡлау буйынса Башҡортостан биләмәһендә тәүге тапҡыр ғәмәли сифатта Бөтә Рәсәй конкурсы үтә. Уның сиктәрендә социаль йүнәлештәге проект өсөн 1,5 миллион һум ярҙам алырға мөмкин буласаҡ. Ошо хаҡта Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Яна Гайдук белдерҙе.

Форум  «Мәғәнә юлы», «Йәшлек – бизнес», «Йөрәк юлы», «Яңы медиа» һәм башҡа платформа сиктәрендә эшләй. Сарала Йәштәр сәйәсәте буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Ксения Разуваева, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Олег Машковцев һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашасаҡ.

Фото: "Башинформ"

 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: