Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

“Дөйөм йыйым” конкурсында ҡатнашығыҙ

“Үҙенсәлекле һыу объекттарын һаҡлау” федераль проектын бойомға ашырыу сиктәрендә Башҡортостан Республикаһында ярҙарҙы сүп-сарҙан таҙартыу буйынса “Рәсәй һыуы” Бөтә Рәсәй экология акцияһы әүҙем үткәрелә.

“Дөйөм йыйым” конкурсында ҡатнашығыҙ
“Дөйөм йыйым” конкурсында ҡатнашығыҙ

Был акция 2014 йылдан бирле уҙғарылып килә һәм һигеҙ йыл дауамында 85 төбәктән 7 миллион кешене берләштергән. 2022 йылда иһә ирекмәндәр һәм коммерция булған һәм булмаған ойошмалар араһында 14 майҙан 14 авгусҡа тиклем “Дөйөм йыйым” Бөтә Рәсәй конкурсы уҙғарыла.
Республиканың экология һәм тәбиғәт ресурстары министрлығы теләге булған һәр кемде ирекмәндәр хәрәкәте конкурсында ҡатнашырға саҡыра.
Конкурста ҡатнашыу тураһында ентекле мәғлүмәт сбор-волонтеров.рф. сайтында урынлашҡан. Ҡыҙыу линия телефоны көн һайын 9.00 сәғәттән 19.00 сәғәткә тиклем эшләй: 8-9810169938 (ватсапп, вайбер, телеграмм).
Артур Камалов.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: