Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Матурлыҡты нисек һаҡларға?

Етен, глицерин, дегәнәк, бөтнөк майы... Улар ҡатнашлығында иң ябай һәм һөҙөмтәле рецептар - яҙмала.

Матурлыҡты нисек һаҡларға?
Матурлыҡты нисек һаҡларға?

Тағы ла матурлыҡ тураһында. Түбәндәге кәңәштәр һеҙҙең өсөн.

1. Һәр иртә ас ҡарынға (ашарҙан 30 минут алдан) бер ҡалаҡ етен орлоғон ентекле итеп сәйнәп ашап, аҙағынан йылы һыу эсеү - организмды таҙартыу өсөн бик яҡшы сара. Өҫтәүенә тире лә тигеҙләнеп, сәләмәт төҫ алыр. Ул сәләмәт ябығыуҙы ла тәьмин итә, шулай уҡ сәсте, тырнаҡты нығыта. Тик иҫкәрмәһе бар: организмда таш булғанда, етенде ҡулланырға ярамай!

2. Бешкән сөгөлдөр салатын йыш ашағанда ҡан таҙарына, эске ағзалар эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһала, тимәк, тышҡы ҡиәфәт тә күҙгә күренеп яҡшыра барасаҡ тигән һүҙ.

3. Сәтләүек ашарға яратҡан кешенең сәләмәтлеге сәстәрендә һәм тырнаҡтарында сағылыр. (Уның үҙегеҙгә оҡшағанын һайлағыҙ, көн дә 50 грамдан да кәм түгел, артығы ла ярамай).

4. Һәр көн йоҡларҙан бер сәғәт алда биткә глицерин һәм Е витамины ҡатнашмаһын һөртөү тирене туҡландырыуҙа, тигеҙләүҙә, сафландырыуҙа ярҙам итә. Уны былай әҙерләйҙәр: 30 г глицеринға 10 капсула Е витамины ҡушып болғатырға. Ҡатнашманы таҙартылған бит тиреһенә бармаҡ остары менән ипләп кенә һеңдереп һөртөргә. Глицериндың йәбешкәклеген баҫыу өсөн тоник һиптерергә була.

5. Аҙнаһына бер тапҡыр йылымыс һыуҙа иҙелгән ҡоро гәрсискә дегәнәк майы ҡушылып яһалған маска (уртаса шыйыҡлыҡтағы бутҡа хәлендә булырға тейеш) һөрткәндә (20-30 минут тоторға), бер айҙан һөҙөмтәһе бик ныҡ ҡыуандырыр - сәс йылҡылдап, сәләмәт төҫ ала.

6. Йоҡлар алдынан йыуып тәрбиәләнгән аяҡҡа бер нисә тамсы бөтнөк майы ҡушылған аҡ май һөртөп, ситса йә булмаһа йөн туҡыманан тегелгән ойоҡбаш кейеп йоҡлау һөҙөмтәле буласаҡ - табан шымарып, яңырып китә.

Быларҙы үҙегеҙҙә һынап ҡарағыҙ, дуҫтар, үкенмәҫһегеҙ.

Фото: 101hairtips.com

https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2021-07-19/maturly-ty-nisek-a-lar-a-2425181?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500

 

Автор:Роза Тазетдинова
Читайте нас: