Даирә
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Уҡырға инеү тәртибе бер аҙ үҙгәрҙе

Быйылғы үтә ҡатмарлы уҡыу йылы, ниһайәт, тамамланды. Илебеҙ генә түгел, бар донъяның бындай шарттарҙа уҡығаны юҡ ине. Нисек кенә булмаһын, республика һынауҙы лайыҡлы үтте, тип әйтергә була. Тәүҙә бер ни тиклем ауырлыҡтар булһа ла, яйлап уҡытыусылар ҙа, уҡыусылар ҙа онлайн тәртибендә уҡыуҙы үҙләштерҙе. Хәҙер сығарылыш класс уҡыусыларына Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу һәм юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү маҡсаты ҡала.

Коронавирусҡа бәйле, быйыл уҡырға инеү тәртибе, аңлашылыуынса, ғәҙәт­тәгесә түгел. Барыһы ла онлайн режимында буласаҡ. Быйыл мәктәпте 19 мең уҡыусы тамамлай. Башҡорт­остан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән быйылдан юғары уҡыу йорттарында бюджет урындары артҡан. Уларҙың һаны 11200 урынға еткән – яҡынса 10 процентҡа күбәйгән (1073 урынға күберәк).

Ошо көндәрҙә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында тура эфирҙа 2020 йылдың ҡабул итеү кампанияһы үҙенсәлектәренә бәйле брифинг үтте. Ул республика Башлығы башланғысы менән ойошторолдо. Брифингта мәға­риф һәм фән министры Айбулат Хажин, ректорҙар советы рәйесе Салауат Сәғитов һәм төбәктең алдынғы юғары уҡыу йорттары ректорҙары ҡатнашты. Сараны Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең Социаль коммуникациялар буйынса идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская алып барҙы.

Шулай итеп, быйыл юғары уҡыу йорттары документтарҙы 3 июлдән ҡабул итә башлаясаҡ. Был турала мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдерҙе. Имтихандар 25 июлдә тамамлана. Абитуриентҡа биш юғары уҡыу йортонда өсәр белгеслек буйынса көсөн һынап ҡарау мөмкинлеге бирелә.

Коронавирус пандемияһы сәбәпле, абитуриенттар быйыл документтарҙы онлайн тәртибендә тапшырасаҡ. Әгәр кемдеңдер интернеты юҡ икән, нимә эшләргә кәрәклеге тураһында министр аңлатма бирҙе.

– Сығарылыш класс уҡыусылары, район хакимиәтенә мөрәжәғәт итеп, документтарын ебәртә ала. Шулай уҡ уларға барлыҡ социаль объекттарҙағы интернеттан файҙаланыу мөмкинлеге бирелә. Бында улар ҡабул итеү кампанияһы барышы яңылыҡтары менән танышып торасаҡ, – тине Айбулат Хажин. – Беҙ, барлыҡ район ха­кимиәттәре башлыҡтарына абитуриент­тарға ярҙам итеүҙе һорап, хаттар ебәрҙек. 25 июлдән алып аҙнаһына өс көн – дүшәмбе, шаршамбы һәм йома – социаль объекттарҙа интернеттан файҙаланырға мөмкин. Дүшәмбе һәм йома иртәнге 10-дан 13 сәғәткә тиклем, шаршамбы – 15.00 – 18.00 сәғәттәрҙә.

Документтарҙы онлайн рәүешендә тапшырыу өсөн сығарылыш класс уҡыусыһына юғары уҡыу йорто сайтына инергә һәм шәхси кабинет асырға кәрәк. Унда барлыҡ тейешле мәғлүмәттәрҙе индерергә һәм ҡабул итеү барышын күҙәтергә, аҙаҡ инде һөҙөмтәләр буйынса бер юғары уҡыу йортон һайлап алырға һәм рәсми ғариза тапшырырға кәрәк буласаҡ. Республиканың барлыҡ юғары уҡыу йорттары быға әҙер.

Брифингта ҡатнашҡан ректорҙарға һәм министрға абитуриенттарҙың һорауҙары бик күп булды. Сәғәт ярымлыҡ эфир мәлендә 500-ҙән ашыу һорау килде. Һәр уҡыу йорто етәксеһе үҙҙәрендәге үҙенсәлектәр, ташламалар тураһында һөйләне.
Документтарҙы ҡасан һәм нисек тапшырырға? Был турала мәғлүмәтте республиканың Мәғариф министрлығы сайтында, район хакимиәттәрендә һәм Электрон көндәлек ресурсында белергә мөмкин. Тәүҙәрәк документтар тапшыр­ған саҡта электрон һанлы ҡултамға кәрәк, тиҙәр ине. Әле асыҡланыуынса, был талап ителмәй. Бер вузда ла ундай шарт юҡ.

Әйткәндәй, ижади һынауҙар ҙа быйыл онлайн тәртибендә үткәреләсәк. Улар 9 августан һуң башлана һәм 25 август тирәһендә тамамланырға тейеш. Был буласаҡ артистарға, журналис­тарға, ижади һөнәрҙәргә ҡағыла. Тағы бер ҡыуаныслы яңылыҡ: һуңғы йыл­дарҙа беренсе тапҡыр Башҡорт дәүләт университетында журналистар өсөн бюджет урындары барлыҡҡа килгән. Улар ижади конкурс, әңгәмә рәүешендә ойоштороласаҡ. Буласаҡ журналистар үҙҙәренең ижади эштәре менән портфолио әҙерләргә тейеш. Уны вуздың шәхси кабинетында теркәлгәндә ҡушып һалырға кәрәк.

Йәнә быйыл IХ һәм XI класты тамамлағандар документтар менән бергә 086/у медицина белешмәһен тапшырмай. Уны беренсе уҡыу йылы дауамында килтерергә мөмкин. Шулай уҡ һәр йылдағы кеүек, һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән абитуриенттар өсөн ташламалы ҡабул итеү бар. Ул барлыҡ урындарҙың 10 проценты самаһын биләй.

Башҡортостан дәүләт медицина университеты ректорына һорауҙар байтаҡ ине. Башлыса ул бюджет урындарының һаны һәм маҡсатлы йүнәлтмәләргә бәйле булды. Ректор Валентин Павлов күңелле яңылыҡ белдерҙе – быйылдан бюджет урындары арта. Әле федераль бюджет иҫәбенә 696 урын бар. Урындарҙың 70 проценты маҡсатлы йүнәлтмә буйынса буласаҡ,
уларҙың һаны – 472. Мәктәп тамамлаған уҡыу­сылар, үҙҙәренең район дауаханала­рының баш табиптарына мөрәжәғәт итеп, маҡсатлы уҡыу тураһында килешеү төҙөй ала. Уларҙы 15 июлгә тиклем ҡабул итәсәктәр. Бында талап бер: дауахана Өфөлә булмаҫҡа тейеш.

Аграр университет яңылыҡтарына килгәндә, ауыл хужалығы тармағындағы бар йүнәлештәр буйынса ла белгес­лектәр һаҡлана. Быйылғы яңылыҡ – студенттарҙың аграрийҙар иҫәбенә белем алыу мөмкинлеге бар. Компания студенттың уҡыуының 90 процентын ҡаплаясаҡ. Был хоҡуҡ аграр йүнәлештәр өсөн генә бирелә.

Быйылғы ҡабул итеү сараһы ваҡыты колледждар өсөн 15 июндә башлана һәм 25 августа тамамлана. Әгәр буш урындар ҡалһа, 25 ноябргә тиклем оҙайтылыуы ихтимал. Вуздарға килгәндә, 20 июндә башлана һәм 25 августа тамамланасаҡ.
Училище һәм колледждарға уҡырға инеү еңел тип уйларға ярамай. Ҡайһы берҙәренә конкурс бер урынға 15 кеше дәғүә иткән осраҡтар ҙа бар. Былтыр, мәҫәлән, медицина училищеһына инеү өсөн уртаса биш балл кәрәк ине, тимәк, унда тик отличниктар инә алды.

Башҡортостанда барлығы 96 колледж бар. Уларға документты почта аша һәм электрон рәүештә тапшырырға була. Барлыҡ мәғлүмәттәр Мәғариф министрлығы сайтында бар. Бында кәрәкле белгеслекте һайларға һәм инеү өсөн уртаса балдарҙы ҡарарға мөмкин. Коммерция нигеҙендә уҡырға телә­гәндәр өсөн дә хаҡтар шунда уҡ яҙылған. Айбулат Хажин белдереүенсә, Башҡортостандың һөнәри белем биреү системаһы – илдә иң ҡеүәтлеләрҙең береһе.

Брифингта ҡатнашҡандар киләһе уҡыу йылын онлайн тәртибендә түгел, ә аудиторияларҙа ҡаршы алырға теләген белдерҙе. Барыһы ла яҡшы булыр, тип өмөтләнәйек. Әлегә сығарылыш класс уҡыусыларының бурысы – бар көсөн һалып, имтихандарға әҙерләнеү, уларҙы уңышлы тапшырыу.


Автор: Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА
Читайте нас: