Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Гөлназ Асаева: "Насар ғәҙәттәрем дә бар минең"

Тәбиғәттән матур тауыш бирелгән йырсы ул Гөлназ Асаева. Ул йыш ҡына тура эфирҙа тамашасыларының һорауҙарына яуап бирә. Сибәр туташ бойондороҡһоҙ булыуҙы өҫтөн күрә һәм быны характерының көслө яҡтарының береһе тип һанай.

- Юғиһә йоҡоң – йоҡо, ашауың ашау түгел. Ә бойондороҡһоҙ булыу һиңә көс өҫтәй. Көсһөҙ яғым тип кешене йәлләү тойғоһон әйтә алам. Кешене, йәнлектәрҙе ҡыҙғанып, ултырып илайым да. Шундай яғым бар. Шоу-бизнеста һәйбәт, йомшаҡ булырға ярамай, ҡаты кеше булырға кәрәк, - тигән фекерҙә йырсы. - Билдәле, һәр кешенең үҙенә оҡшамаған сифаттары ла була. Ҡайһы бер сифаттар беҙгә тәбиғәттән, икенсе берәүҙәре йәшәй-йәшәй тәжрибә туплағас килә. Үҙемдең тура һүҙле булыуымды үҙгәртер инем. Сөнки башта әйтәм, аҙаҡ ҡына уйлайым.

Гөлназ һәйбәт хужабикә лә. Социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә ул тура эфирҙа йыш ҡына өй йыйыштырыуы хаҡында һөйләй.

- Тағы бер яратып эшләй торған эшем – урын-ерҙе алмаштырыу. Ул бер сир кеүек. Ашарға бешерергә һәм ашарға яратам. Минең ауыҙҙа һәр ваҡыт берәй ризыҡ булырға тейеш. Ҡыяр-помидормы ул... Насар ғәҙәттәрем дә бар. Тырнаҡ кимерәм. Иң насары – кальян тартырға яратам. Ҡайһы бер йырсылар быны йәшерә, әлбиттә. Мин дә инде күрһәтеп тартып ултырғаным юҡ, әммә һораһалар — дөрөҫөн әйтәм. Тәмәке тартыуға ҡаршымын. Машинала тартҡандарҙы ла яратып бөтөрмәйем. Ғөмумән, тәмәке тартҡан кеше янынан китә һалам, сөнки еҫен яратмайым. Спиртлы эсемлектәргә килгәндә, ике айға бер шарап тәмләйем, - ти йырсы.

Фото: Youtube.com
Автор: Самат Ғәлин.
https://rbsmi.ru/work/frontend/web/issue-map/update/278708

Читайте нас: