Халыҡ телендә “Алиса” магазины тип йөрөтөлгән, ә ысынында иһә күптән инде “Юла” тип аталған сауҙа үҙәге хужаһы Әлфиә Солтанморатова ла тәҡдимебеҙҙе кире ҡаҡманы һәм оло йәштәге яҡташына “Даирә” гәзите бүләк итте. Күл тамсынан йыйыла, тигән халыҡ аҡылын бына ошолай тағы бер раҫлай яҡташтарыбыҙ. Мөмкинлеге булған һәр кеше мохтаждарға, махсус хәрби операция биләмәһендә илебеҙ тыныслығы өсөн көрәшкән яугирҙәрҙең ғаиләһенә, оло йәштәге һәм хаҡлы ялдағы туған-тыумасаларына шулай итеп берешәр гәзит булһа ла яҙҙырһа, әллә күпме яҡташыбыҙ ярты йыл буйына район яңылыҡтары менән танышып, күңелен хушландырыр ине. Ә ошондай бәләкәй генә ярҙам күрһәткән кешегә сауабы меңләтә әйләнеп ҡайтырына ла иманыбыҙ камил. Әлфиә Биктимер ҡыҙы кеүек райондаштарыбыҙҙың ысын күңелдән, ихлас йөрәктән тапшырылған матбуғат баҫмаһы тәғәйен кешеһенә барып етһен һәм уларға тик ҡыуаныстар ғына бүләк итһен! Әйткәндәй, был магазинда һәр саҡ балалар өсөн сифатлы кейемдәр һәм уйынсыҡтар, балалар баҡсаһына һәм мәктәпкә кәрәкле канцелярия тауарҙары, байрам үткәреү өсөн кәрәк-яраҡтар һәм башҡа бик күп әйберҙәр алырға була.
Миләүшә ДӘҮЛӘНОВА.
Автор фотоһы.