Даирә
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

100 көн эсендә тормошто яҡшы яҡҡа үҙгәртеп була!

100 көн эсендә тормошто яҡшы яҡҡа үҙгәртеп буламы? Була! Тик үҙебеҙҙән тора барыһы ла.

100 көн эсендә тормошто яҡшы яҡҡа үҙгәртеп була!
100 көн эсендә тормошто яҡшы яҡҡа үҙгәртеп була!

1. Ошоға тиклем ваҡыт тапмай йә тотоноп китә алмай йөрөгән китаптарығыҙҙы уҡып сығығыҙ 100 көн эсендә.

2. Һәр көн белемегеҙҙе арттырығыҙ. Мәҫәлән, төрлө илдәр йә билдәле кешеләр тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр уҡығыҙ, яңы һөнәр үҙләштерегеҙ.

3. Психологтар кәңәшенә бер генә тапҡыр булһа ла ҡолаҡ һалып, 100 көн буйына көн дә кағыҙға рәхмәт һүҙҙәре яҙығыҙ. Кәмендә 10 сәбәп табығыҙ.

4. 100 көн мыжымай йәшәп ҡарағыҙ. Ҡәнәғәтһеҙлек күрһәтәм тиһәң, сәбәп ни аҙым һайын. Кеше хайуандан нимәһе менән айырыла тәү сиратта? Үҙенең тойғоларын теҙгендә тота алыуы, характеры өҫтөндә эшләп, яҡшы яҡҡа үҙгәрә алыуы менән.

5. 100 көн буйына һәр иртәгеҙҙе физик күнекмәләрҙән башлағыҙ. Яратҡан көйгә арлы-бирле ҡыбырлап алһаң да тән яҙылып китә.

6. 100 көн буйына аҡса түгеүҙе кәметеп, килем арттырыу өҫтөндә эшләгеҙ.

7. 100 көн майонез, иҫерткес эсемлектәр, колбаса, газлы һыу, ит, ҡамыр аштарынан баш тартып, йәшелсә, емеш-еләк менән туҡланып, лимонлы һыу йә йәшел сәй эсеп ҡарағыҙ. Үҙгәрештәр тик яҡшы яҡҡа ғына буласаҡ, әлбиттә.

8. Көн дә тик яҡшы уйҙар ғына уйлап, кешеләргә ихтибарлы, итәғәтле булып, ярҙам ҡулы һуҙырға ынтылып йәшәгеҙ. Донъяны тышҡы матурлыҡ түгел, эске матурлыҡ, изгелек ҡотҡарыр.

9. Спорт! Спорт менән шөғөлләнгән кеше генә уңышҡа өлгәшә алалыр ул. 100 көн буйына бер сәғәт кенә булһа ла ваҡытығыҙҙы спортҡа бүлегеҙ.

10. 100 көн бер кемгә лә асыуланмай, тик йылмайып ҡына йөрөргә тырышығыҙ. Кешеләр ҙә һеҙгә ҡарата йомшаҡ, йомарт һәм ихлас булыр. Ҡояшҡа тартылған сәскәләрҙәй, тик яҡшы кешеләр тартылыр янығыҙға.

https://vk.com/club158369328?from=search&w=wall-158369328_494

Автор:
Читайте нас: