Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлеккә ни етә!
6 Декабрь , 09:45

Оҫтахана үҙ эшен дауам итә

Ошо көндәрҙә генә район үҙәгендә мөм­кинлектәре сикләнгән яҡташтарыбыҙ өсөн оҫтахана эшләй башланы. Район Мәҙә­ниәт һарайының 2-се корпусында улар те­гергә лә өйрәнә һәм башҡа һөнәрҙәрҙе лә үҙләштерә.

Оҫтахана үҙ эшен дауам итә
Оҫтахана үҙ эшен дауам итә

3 декабрь – Халыҡ-ара инвалидтар көнө

Оҫтахана үҙ эшен дауам итә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала инвалидтарға социаль ярҙам сараларын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре буйынса видеобәйләнеш режимында оператив кәңәшмә уҙғарҙы.

Инвалид балалар өсөн республика ҡалаларында һәм райондарында 18 филиалы булған биш дәүләт реабилитация үҙәге эшләй.

2024 йылда улар 11 618 баланы ҡа­бул иткән. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән тағы 3 070 баланы 48 мең һумлыҡ сертификат ярҙамында 95 дәүләткә ҡарамаған социаль хеҙмәт­ләндереү ойошмаһында ҡабул иткән­дәр. Йыл аҙағына тиклем барлығы 3 555 инвалид бала хеҙмәтләндереләсәк. Был сараны тормошҡа ашырыу өсөн финанс саралары төбәк бюджетынан бүленә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 2024 йыл­дың октябрендә «Салют» республика реабилитация комплексы үҙ ишек­тәрен асты. Бында, реабилитация кур­старынан тыш, балаларҙы яраҡлашты­рылған белем биреү программалары буйынса уҡыталар, медицина хеҙмәт­тәре күрһәтелә. «Салют» комплексы йыл һайын һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән 7 мең баланы хеҙмәтлән­дерәсәк.

Оло йәштәгеләр өсөн дә сертифи­каттар ҡаралған. Уның хаҡы – 52 500 һум. Йыл һайын республика халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге уларҙы 1 715 мохтаж кешегә тапшыра. Сер­тификатҡа эйә булыусылар уларҙы республиканың реабилитация хеҙмәт­тәре күрһәткән 24 дәүләткә ҡарамаған ойошмаһында файҙалана ала.

Бынан тыш, республикала торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү­гә сығымдарҙы ай һайын компенсаци­ялау, шәхси йортҡа газ үткәреүгә 100 мең һум күләмендә сертификат, ин­валид баланы, шул иҫәптән уллыҡҡа алынған балаларҙы ла, ҡарау өсөн по­собие түләү, шулай уҡ ауыр тормош хәлендә ҡалған граждандарға матди ярҙам кеүек социаль ярҙам саралары күрһәтелә.

Башҡортостан Республикаһының ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Юрий Мельнико­втың кәңәшмә барышында белдереүенсә, бөгөнгө көндә республикабыҙҙа 250 мең самаһы мөмкинлектәре сикләнгән граж­дандар көн итә, уларҙың 20 меңдән ашыуы – балалар.

- Башҡортостанда инвалидтарҙың мәшғүллегенә ҙур иғтибар бүленә. Һүҙ һа­улыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе эшкә урынлаштырыу өсөн эш биреүселәрҙе дәртләндереү, республикала файҙалы көндөҙгө мәшғүллек үҙәктәре булдырыу хаҡында бара. Атап әйткәндә, эш урында­рын квоталаштырыу һөҙөмтәһендә 6,2 мең кеше эш менән тәьмин ителгән, - тине үҙе­нең сығышында Юрий Мельников.

Был йәһәттән республикала күп эштәр башҡарылыуы хаҡында үҙебеҙҙең район миҫалында ла күпте билдәләргә була.

Ошо көндәрҙә генә район үҙәгендә мөм­кинлектәре сикләнгән яҡташтарыбыҙ өсөн оҫтахана эшләй башланы. Район Мәҙә­ниәт һарайының 2-се корпусында улар те­гергә лә өйрәнә һәм башҡа һөнәрҙәрҙе лә үҙләштерә.

Президент гранты сиктәрендә ойошто­ролған был дәрестәрҙә улар шулай уҡ бал­сыҡтан төрлө әйберҙәр әүәләү оҫталығына ла өйрәнә башланылар. Был дәрестәрҙе оҫта ҡуллы яҡташыбыҙ Әхәт Нурышев алып бара.

- Балсыҡ менән эш итеү буйынса тәүге дәресебеҙ үтте лә инде. “Үҙгәрештәр еле” проектына ярашлы ойошторолған был шөғөл 18 йәштән өлкән булған сәләмәт­лектәре яғынан мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн тәғәйенләнә. Ҙур теләк менән тәүге дәресемә килгән һәм әүҙем ҡатнашҡан барлыҡ яҡташтарыма ла оло рәхмәтемде белдерәм. “Юбилейный” ки­нотеатрында бушлай үткәрелгән башҡа оҫталыҡ дәрестәремдә лә көтөп ҡалам. Киләһе дәресебеҙ 1 декабрҙә 14.00 сәғәттә уҙғарыласаҡ, - ти “Кудесник АХ” оҫтаһы Әхәт Нурышев.

Рәсимә ВӘЛИЕВА, Прибель­ский ауылы:

- Улым, өсөнсө төркөм инвали­ды Илшат Вәлиев менән бергә был оҫтаханала балсыҡтан әүәләргә өйрәндек. Миңә лә, улыма ла бик ныҡ оҡшаны. Балсыҡ һәм уны ҡай­ҙан һатып алырға була икәнлеге тураһында бик күп яңылыҡтар белдек. Улым был саранан яҡшы тәьҫораттар алып ҡайтты. Яңы кешеләр менән танышыу, төрлө темаға әңгәмәләшеү ҙә күңеленә ятты. Икенсе дәресте түҙемһеҙлә­неп көтә. Шулай уҡ беҙ ҙур теләк менән һүрәт төшөрөргә лә йөрөй­бөҙ. Бик шәп, кәрәкле проект.

Ошондай оҫталыҡ дәрестәре даими булып торһон, бында мөм­кинлектәре сикләнгән яҡташта­рыбыҙ күберәк килһен, ағастан да төрлө әйберҙәр эшләргә өйрәтһен­дәр ине, тигән теләктә ҡалабыҙ.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: