Даирә
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлеккә ни етә!
27 Ноябрь 2024, 16:43

Ике уңған йәрәшкән

Иҫке Бәпес ауылы матур донъялары, тырыш һәм талантлы кешеләременән һоҡландыра. Улар араһында балҡып, ауылдың биҙәге булған күркәм йорттарында киң күңел-ле йорт хужалары - Сәүиә һәм Раил Ғилмановтар ғаиләһе йәшәй. Уларҙың иркен йорттары әлләҡайҙан саҡырып, үҙҙәренән дә нурбөркөлөп торғандай.

Ике уңған йәрәшкән
Ике уңған йәрәшкән

 

 Бала саҡтан бер-береһен яҡшы бел­гән был пар йәштән, оҙаҡ йылдар Стәр­летамаҡ ҡалаһында намыҫлы хеҙмәттәре менән илгә тоғро хеҙмәт итә. Хаҡлы ялға сыҡҡас, тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайталар.

Раил Нәжип улы тыумышы менән Алайғыр ауылынан. Ул алты ул һәм ике ҡыҙ тәрбиәләнгән ишле ғаиләлә тыуып үҫә. Ата-әсә балаларында эшһөйәрлек, тормошҡа яуаплы ҡараш һәм әҙәплелек сифаттары тәрбиәләй. Атаһы ағас эшенә оҫта була, шуға улдары ла атай менән бергә эшләп өйрәнә. Раил дә башҡа ағай- ҡустылары кеүек эшкә егәрле, уҡыуға маһир, йыр-моңға ғашиҡ кеше булып үҫә. 8-се класты ауылдарында уңышлы тамам­лағас, Күмертау ҡалаһындағы педагогия училищеһына физкультура уҡытыусыһы­на уҡырға инә. Тик ауыл малайы әлегә ҡала тормошона әҙер булмай, шуға тиҙ үк әйләнеп ҡайта. Ул уҡыуын дауам итеү өсөн күрше ауылдағы Иҫке Бәпес мәктә­бенә 9-сы класҡа уҡырға бара.

Сәүиә Рәүф ҡыҙы Иҫке Бәпес ауылын­да донъяға килә. Яҙмыш ҡушыуы буйын­са уға атайһыҙ үҫергә тура килә. Атаһы Бишауыл-Уңғар ауылы юлында фажиғәле вафат була – уны егелгән аты иң бәләкәй сабыйын төрөп ҡулына алып ултырған ҡатынының күҙ алдында сапсып китеп, тибеп үлтерә. Әсә егерме һигеҙ йәшендә генә өс бала менән тол ҡала. Был мәлдә ҡыҙға дүрт, Рәис ҡустыһына ике йәш, ҡустылары Фәнис алты айлыҡ ҡына бу­лып ҡала. Бишауыл-Уңғарҙан килен бу­лып төшкән әсәһе Иҫке Бәпес ерен үҙ итеп, бында ғүмерлеккә ҡала. Яңғыҙ ҡа­тын ярым етем булып ҡалған сабыйҙарын үҫтереү өсөн алһыҙ-ялһыҙ колхоз эшенә егелә. Тырышып, йорт та һалып сыға.

- Бик ауыр булғас, әсәйем беҙҙе мәк­тәп-интернатҡа уҡырға урынлаштырырға булды. Мине атайымдың бер туған ҡустыһы Рәмил ағайым Ишембай мәк­тәп-интернатына 5-се класҡа алып барҙы. Ә Рәисте әсәйем Сибай мәктәп-интерна­тына 1-сегә бирергә булып, Өфө ҡалаһы­на еткәс, йәлләп кире алып ҡайта. Мин 5-8-се кластарҙа унда уҡыным. Уҡыу еңел бирелде, бигерәк тә математика фәнен ярата инем. Ауылға каникулдарҙа ғына ҡайтам бит инде. Әсәйемде һәм туғандарымды бик һағынам. Шунан әсәйемә: “Бесәй балаһын аҙаштырған кеүек ташлап киттең”, - тип үпкәләп хат яҙып һалдым. Әсәйем мине йәлләп, алып ҡайт­ты”, - тип һөйләне Сәүиә Рәүф ҡыҙы.

Ҡыҙ әсәһенең уң ҡулы була. Уның кеүек сос, өлгөр, уңған булып, бөтә хужа­лыҡ эштәренә өйрәнеп үҫә. Эш айырып тормай, әсәһе менән бергә ирҙәр эшен дә башҡара.

...Бына шулай яҙмыш ике йәш ке­шене осраштыра - улар бер класта уҡый башлайҙар. Итәғәтле, иғтибарлы сифат­тары менән улар бер-береһен оҡшаталар. Егет класташтары араһынан Сәүиәнең һылыулығын, тырышлығын күрә. 10-сы класты тамамлағас, егет менән ҡыҙ Стәр­летамаҡ ҡалаһына яҡты хыялдар менән һөнәр үҙләштереү өсөн юллана. Сәүиә приборсы һөнәре буйынса уҡырға инһә, Раил электрикка белем ала.

- Поезд менән ҡаланан ҡайтып-китеп йөрөйбөҙ. Ауылдарыбыҙҙан алыҫ булған Төкөн станцияһында төшөп, Сәүиәне Иҫке Бәпескә тиклем йәйәү оҙатам. Шу­нан йәйәүләп Алайғырға ҡайтып китәм. Юлда ҡышын көрт йырып, яҙын һыуға батып еүешләнә инек, - тип иҫкә алды Раил ағай.

Ғөмүмән, был матур пар 1973 йыл­да танышып, ғүмерлеккә бергә. Артабан һөнәр алғандан һуң Сәүиә Стәрлетамаҡ Тәжрибә-сәнәғәт нефтехимия заводына эшкә бара. Унда һөнәре буйынса прибор­сы булып, бер урында утыҙ өс йыл эшләй. Ә Раил уҡып бөтөү менән армия сафына алына. Унан әйләнеп ҡайтҡас, “Аван­гард” хәрби заводында бер йыл эшләй ҙә һөйгәне хеҙмәт иткән заводҡа аппаратсы булып күсә. Ун йыл эшләгәс, установка начальнигы итеп үрләтәләр. Был вази­фала ир егерме ике йыл хеҙмәт итә. Шу­лай илгә игелекле хеҙмәт итеп, лайыҡлы йәшәргә тырышалар.

1978 йылда донъяға ҡараштары оҡ­шаш, кескенәнән тормош, хеҙмәт ҡәҙе­рен белеп үҫкән ике һөйгән йәр сәстәрен- сәскә бәйләй. Эшһөйәр йәштәр матур итеп йәшәп алып китә, донъя ҡора башлай. Тәүҙә завод дөйөм ятағының бәләкәй генә бүлмәһендә йәшәһәләр, артабан ике бүлмәле, шунан дүрт бүлмәле фатир бирелә. Ғаиләгә бәхет өҫтәп, бер- бер артлы уларҙың мөхәббәт емештәре – улдары Ринат, биш йылдан һуң игеҙәк малайҙар Руслан һәм Рөстәм донъяға килә. Бер-береһенә ҡарата ихтирам һәм иғтибар көслө булған ғаиләлә улдары матур тәрбиә ала. Балалар уҡыуға зирәк, эшкә лә тырыш итеп тәрбиәләнәләр. Улдарын тәрбиәләүгә ата-әсә күп көс һала. Бигерәк тә атай кеше ирҙәр тәр­биәһе бирергә тырыша, үҙе спорт менән дуҫ булғанлыҡтан малайҙарын кескәй йәштән спортҡа ылыҡтыра. Атай менән улар бергә саңғыла йә боҙ майҙансығына конькиҙа шыуырға йөрөйҙәр. Йәйен бер­гәләп уйындар уйнайҙар. Малайҙарҙың өсөһө лә юғары белем алып, тормошта үҙ юлдарын табалар. Ғаиләләре, балалары бар. Ата-әсәне уңыштары менән ҡыуан­дырып торалар. Әлеге көндә Ғилмано­втар улдарына ҡәҙерле атай һәм әсәй, ей­әндәренә хөрмәтле олатай һәм яғымлы, хәстәрлекле өләсәй.

Хаҡлы ялға сыҡҡас, Ғилмановтар янып йәшәп ятҡан ҡалаларын, дуҫ- иштәрен ҡалдырып, ҡатындың тыуған ауылына, өлкән йәштәге әсәне тәрбиәләү өсөн Иҫке Бәпес ауылына ҡайтып төпләнәләр. Тыуған яҡ та үҙенә тартҡандыр инде. Бында улар төкәтмәләр төҙөп, өйҙө ҙурайталар, заманса шарттар булдырыла. Әйткәндәй, оло йәштәге әсә 91 йәшендә балаларына фатиха биреп, баҡыйлыҡҡа күсә. Уның йорт нигеҙендә ҡыҙы һәм кейәүе тормошто дауам итә.

Бына хәҙер Ғилмановтар теүәл ҡырҡ алты йыл дауамында йәшлек вәғәҙәләренә тоғро ҡалып, хистәрҙе һүрелдермәйенсә йәшәй. Уларҙың донъ­яһы ла гөрләп тора. Ике уңған йәрәшһә, бәхет барыр йәнәшә, тигән һүҙҙәр, әй­терһең, нәҡ был парға әйтелгән тиерһең. Улар етеш һәм зауыҡлы йәшәү өсөн ты­рыша, бар эшкә лә өлгөрә, етешә. Раил ағай ниндәй генә эшкә тотонһа ла, еренә еткереп башҡара. Ғаилә башлығы һәр нимәне үҙ ҡулдары менән эшләй. Алда әйткәнемсә, йортҡа төкәтмә төҙөп, бар уңайлыҡтар булдыра. Һәр мөйөшө ен­текләп уйланылған. Бар гүзәллек уның фантазия емеше, тиһәң дә була. Шулай уҡ бал ҡорто аҫрауҙың бөтә нескәлектәрен өйрәнеп, умартасылыҡ менән шөғөл­ләнә, умарталар яһай. Йәшелсә һаҡлау өсөн шәп мөгәрәп тә эшләп ҡуя. Мәҙә­ниәтте яратыуы менән дә һоҡландыра. Ул ауыл клубы үткәргән сараларҙың ба­рыһының да уртаһында ҡайнай, уның башҡарыуындағы йырҙарҙар тамашасы күңеленә хуш килә. Шулай уҡ ул район Мәҙәниәт һарайында Фәрит Яҡшығолов етәкселегендә “Йәш күңелдәр” ансам­блененең алыштырғыһыҙ ағзаһы ла.

Ә өй тирәһен йәмләп балҡып ултырған сәскәләр, баҡса тулы еләк-емеш, йә­шелсәләр – Сәүиә апайҙың уңғанлығы­ның һөҙөмтәһе. Емештәрҙән эшләнгән ҡайнатмалар, компоттар, йәшелсәләрҙән тоҙланған, маринадланған ризыҡтар менән мөгәрәп тулы. Телеңде йотор­лоҡ ризыҡтар әҙерләүе үҙе үк уңғанлығы хаҡында әйтеп тора. Шулай уҡ улар мал­дар тота, ҡош-ҡорт үҫтерә. Әлеге көндә һыйырҙарын бөтөрөп, биш кәзә аҫрай­ҙар. Хужабикә уның ағынан ун бер төрлө ризыҡ әҙерләй икән!

- Бер-беребеҙҙе аңлап, һәр атҡан таңға шөкөр итеп йәшәйбеҙ. Аллаға шөкөр, бер-беребеҙҙән уңдыҡ, һәр саҡ терәк- таяныс булдыҡ, - ти Ғилмановтар.

Уларҙың һүҙҙәрендә бер-береһенә ҡа­рата ихтирам һиҙелә. Һәр кешенең бәхете яҡындарына бәйле. Эйе, ғаилә ныҡ бу­лып, татыулыҡ хакимлыҡ иткәндә генә унда йәшәүселәрҙең күңелдәре күтәрен­ке була. Ошондай бай күңелле, эшһөйәр, кешелекле ғаилә менән осрашырға насип булды. Ғилмановтарға киләсәктә лә бер­гәләп, ғаилә усағының йылыһын тойоп йәшәргә яҙһын.

Фәниә СӘЛИМГӘРӘЕВА.

Автор фотоһы.

Автор:Миляуша Давлянова
Читайте нас: