Бәхете – балаларында
Әсәйҙәр көнө алдынан Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәүсе 12 балаға ғүмер биргән герой-әсә Рауза Сафина менән танышырға тура килде. Асыҡ сырайлы, ябай, еңел аралашыусан ҡатын менән һөйләшкәндән һуң өйҙәренә барып, ғаилә менән яҡындан танышыу теләге тыуҙы.
Мине йорт хужалары ҡыҙҙары Регина һәм Венера менән ҡаршы алды. Ишек төбөнән үк ике кер йыуыу машинаһы, өҫ һәм аяҡ кейемдәренең иҫ киткес күп булыуы бында күмәк кеше йәшәгәнлеге хаҡында дәлилләй. Бер-бер артлы биргән һорауҙарыма барыһынан да элек кескәй Венера яуапларға ашыҡты.
-Мин ғаиләлә -иң кесеһе, Радмила менән Камила мәктәптәләр, беҙ икенсе сменала уҡыйбыҙ. Ҡалған ағай-апайҙарым баш ҡалала уҡыйҙар, ҡайһы берәүҙәре үҙ ғаиләләре менән йәшәйҙәр, балалар үҫтерәләр. Улар беҙгә ҡунаҡҡа ҡайтҡанда күмәкләшеп төрлө уйындар уйнайбыҙ, Яңы йылды бергәләп ҡаршылайбыҙ.
Өс этебеҙ, биш бесәйебеҙ бар. Уларҙы бик яратабыҙ һәм тәрбиәләйбеҙ, -тип тәтелдеге сыҡты ҡыҙсыҡтың. Шул арала тәүге сирек өсөн “4” һәм “5” билдәләре генә теҙелгән көндәлеген, үҙҙәренең йоҡо бүлмәләрен, ҡул эштәрен, апайҙарының миҙалдарын күрһәтергә лә өлгөрҙө.
Илдар Нәжип улы эш менән сығып киткәнсе, ике ҡатлы йорттарына ремонт эшләй башларға әҙерләнеүҙәре, бының өсөн байтаҡ ҡына төҙөлөш материалдарын алып ҡуйыуҙары хаҡында һөйләне. Ремонт эштәренә үҙе тотонорға йыйына икән. Быйыл йәй үҙ ҡулдары менән аҙбар төҙөгән, соландарын йылытҡан.
Әңгәмәне Рауза Ғәбдрәүеф ҡыҙы менән дауам итәбеҙ. Әлбиттә, уға күп балалы әсәй булырға нисек йөрьәт иттегеҙ, күмәк ғаиләне ҡарарға ауыр түгелме, тигән күптәрҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирәм.
-Үҙем дә алты ҡыҙ бала тәрбиәләнгән ғаиләлә үҫтем. Әйткәндәй, әсәйемә 91 йәш, апайымдың ғаиләһе менән Ишембай районында йәшәй. Бала саҡтан ауыл ерендәге барлыҡ ауыр эштәрҙе башҡарҙыҡ. Йәшләй генә эшләй башланым, кейәүгә сыҡтым.
Тәүге иремдән өс балам тыуҙы. Ләкин, эскелек арҡаһында уның менән ун бер йыл йәшәгәндән һуң айырылышырға тура килде.
Яҙмыш шулай ҡушҡандыр күрәһең, вафат булған әхирәтемдең иренә икенсегә кейәүгә барҙым. Ул да мине яҡшы белә ине, мин дә уның ышаныслы ир буласағына шикләнмәнем. Уларҙың балалары булманы.
Хоҙай шулай ҡушҡандыр, Илдарға туғыҙ бала бүләк иттем. Ул бик иғтибарлы һәм хәстәрлекле тормош иптәше, минең өсөн “йәнем” тип өҙөлөп тора. Бар эштәрҙе лә бергәләп башҡарабыҙ. Балаларҙы балалар баҡсаһына, мәктәпкә, түңәрәктәргә йөрөтөү ҙә уның бурысына инә.
Ҙур ғаиләне тәрбиәләүе ауыр түгелме, тип һорайһығыҙ. Донъя йөгөн икәүләп тартҡанда, уның бер ҡыйынлығын да күрмәйем. Күмәк балалы ғаиләлә үҫкәнгәлерме, балаларыбыҙ үҙ аллылар, бик үткерҙәр һәм уңғандар. Әлеге ваҡытта эргәбеҙҙә мәктәптә уҡыусы дүрт ҡыҙыбыҙ ҡалды. Өсәүһе – студенттар, ҡайтып китеп кенә йөрөйҙәр. Ҡалғандары ҡошсоҡтар кеүек осоп сығып киттеләр, - ти бәхетле әсәй.
Күп балалы әсә йөгөн тартыуҙан тыш, Рауза бешерергә, йыуырға, йыйыштырырға ярата. Быларҙы ул үҙенең бурысы тип кенә түгел, ә ғаиләгә һөйөүен күрһәтеү, өйҙә йылылыҡ һәм бөхтәлек булдырыу мөмкинлеге тип тә һанай. Ғаилә ҡиммәттәре һәм балалары – уның тормошоноң айырылғыһыҙ өлөшө.
Иң оло ҡыҙҙары Алинаға – 33 йәш. Ул Нижневартовск ҡалаһында йәшәй, кейәүҙәре Фәдис менән бер йәшлек улдары Нурланды тәрбиәләйҙәр.
30 йәшлек Эдуард та башлы-күҙле булған. Өс бала атаһы ул. Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә эшләй.
Апаһы Алина менән бер ҡалала йәшәүсе Илдарға – 25 йәш, өйләнгән, улы бар.
22-һен тултырған Радмир Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәй. Ул да күптән түгел ғаилә ҡорған.
Өфө машиналар төҙөү колледжының 3-сө курсында уҡып йөрөүсе Рената уҡыуҙан тыш, эшләргә лә, спорт ярыштарында ҡатнашырға ла өлгөрә.
21 йәшлек Радамир Өфө дәүләт нефть техник университетының 2-се курсында белем алһа, 16 йәшлек Ильяс иһә Өфө колледждарының береһендә автослесарға уҡып йөрөй.
9-сы класс уҡыусыһы Ралина, 7-се кластағы Регина менән бишенселәге Камила һәм 3-сө класта уҡыусы Венера ла мәктәптә яҡшы билдәләргә генә өлгәшә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаилә 2016 йылда ҙур ҡайғы кисерә. 2007 йылғы улдары Илнур 9 йәшендә балалар менән һыу буйында уйнағанда фажиғәле вафат була. Өс айлыҡ ауыры булған Рауза был тетрәндергес ваҡиғаны бик ауыр кисерә. Таянысы Илдар һәм балалары уға ныҡ булырға көс бирә.
Атаһынан күргән – уҡ юнған, ти халыҡ. Илдар Нәжип улы бокс буйынса спорт мастеры. Уның был һөйөүе улдары һәм ҡыҙҙарына ла күскән. Радамир – бокс буйынса Өфө ҡалаһы турниры призеры, атаһы кеүек, спорт мастеры дәрәжәһенә ирешкән. Ильяс та спорттың был төрөнән республика ярыштарында юғары һөҙөмтәләр күрһәтә. Ралина – бокс буйынса Башҡортостан турнирының бронза призеры. Ул шулай уҡ райондың волейбол командаһы ағзаһы ла, быйыл район саңғы уҙышында кубок менән дә бүләкләнгән.
Регина, Камила, Венера ла уларҙан ҡалышмай, үҙҙәрен спорттың башҡа төрҙәрендә һынап, гимнастикаға, аэробикаға йөрөй. Камила мәрйенләп сигергә, һүрәт төшөрөргә, китап уҡырға ярата, Венера үҙ аллы бәйләргә өйрәнгән.
Татыу ғаилә ун йыл элек, иркен ихаталы, ике ҡатлы йортта йәшәү тураһындағы хыялдарын тормошҡа ашырып, Өфөнән Ҡырмыҫҡалыға күсергә ҡарар иткән. «Саф һауалы, таҙа һыулы ауыл ерендә йәшәргә теләнек. Балаларҙы хеҙмәткә өйрәтеү өсөн дә ауыл күпкә ҡулайыраҡ. Баҡсала эшләгәндә лә, мунса яҡҡанда ла, ашарға бешергәндә лә балалар – ҙур ярҙамсылар. Ҡышын бергәләп саңғыла елдерәбеҙ, мәктәптә уҙғарылған барлыҡ ярыштарҙа ҡатнашабыҙ», – ти Илдар менән Рауза.
Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа, тип ҡабатларға ярата Рауза Ғәбдрәүеф ҡыҙы. “Хөкүмәт күмәк балалыларға төрлө ярҙам саралары күрһәтә. Алтынсы бәпесемде тапҡас, 2005 йылда республиканың тәүге Президенты Мортаза Рәхимов ҡулынан «Әсәлек даны» миҙалын алып ҡыуанғайным», – тип хәтерләй ул. Туғыҙ йыл элек уларға республикабыҙ «ГАЗель» автомашинаһын бүләк иткән.
Быйылғы Ғаилә йылы иһә улар өсөн айырыуса ҡыуаныслы башланған: Рауза Ғәбдрәүеф ҡыҙы ун һәм унан күберәк бала үҫтереүсе ҡатындарға тәғәйенләнгән иң юғары дәүләт бүләгенә – «Герой-әсә» миҙалына лайыҡ булған. Был миҙалға ҡушып, ғаиләгә бер миллион һум аҡса бирелгән. Шуның яртыһын, күптән ниәтләгәнсә, өйҙәрен ремонтлауға тотонғандар.
Әлбиттә, хөкүмәттән генә ярҙам көтөп ултырмай ишле ғаилә. Быйыл яҙ 50-нән ашыу тауыҡ алғандар – балалар көн дә кәрзин тултырып йомортҡа йыя. Бройлер себештәре лә алып үҫтергәндәр, баҡса тултырып сәскән йәшелсә-емештән мул уңыш алғандар.
«Бергәләшеп тотонғанда, тауҙар аҡтарырға мөмкин. Ваҡытыбыҙ ҙа етерлек», – ти ғаилә башлығы, былтыр икеһенең дә хаҡлы ялға сығыуҙарын билдәләп. Илдар Нәжип улы байтаҡ йылдар Эске эштәр министрлығы системаһында эшләгән, ә Рауза Ғәбдрәүеф ҡыҙы тимер-бетон изделиелар заводында крансы булған.
- Бер ҡасан да аҡсаға интеккәнебеҙҙе хәтерләмәйем, гел мул йәшәнек. Илдар аҡса эшләүҙең төрлө юлдарын таба ине. Яңы йыл осорҙарында фейерверктар һатҡан саҡтары ла булды.
Шулай ҙа балаларҙы аҡса биреп, ҡотортҡаныбыҙ юҡ. Улар һәр береһе үҙҙәре эшләргә тырыша. Кафела һауыт-һаба, иҙән йыуған аҡсалары стипендияларына өҫтәмә булып тора, - ти Рауза.
Эйе, Рауза Сафина – барыбыҙ өсөн дә ныҡлы һәм бәхетле ғаилә ҡорған ҙур йөрәкле һәм һөйөклө әсәй өлгөһө булып тора. Ул бар көсөн үҙ аллы һәм уңышлы балалар тәрбиәләүгә һала. Уларҙы ауырлыҡтар менән көрәшергә, ҡаршылыҡтар алдында юғалып ҡалмаҫҡа өйрәтә.
Ер йөҙөндәге барлыҡ әсәләргә лә ҡаҡшамаҫ һаулыҡ, шатлыҡ, бәхет, ырыҫ-ҡот юлдаш булһын. Иңебеҙгә ҡанат ҡуйыусы, яҡлаусы, һаҡлаусы кешебеҙ булғас, беҙ үҙебеҙ ҙә ҡанатлы, тимәк, бәхетле. Байрамдар ҡотло, тормоштар бәхетле, донъялар имен булһын!
Гөлсәсәк АЛАСОВА.