Сөгөлдөр, кишерҙе ҡаҙып алғанда, көрәк тейеп ҡалғанын ҡышҡылыҡҡа һаҡлауға һалмағыҙ. Улар насар һаҡланасаҡ.
Кишер менән сөгөлдөрҙө һаҡлауҙың иң уңайлы ысулы – уны ҡом менән аралаштырып һаҡлау.
Сөгөлдөрҙө йыуып, өлөштәргә бүлеп, туңдырғыста һаҡларға була.
Кишерҙе ҡырғыс аша ҡырып, туңдырғыста һаҡларға мөмкин. Ҡышҡыһын борщ, былау йәки башҡа төрлө ризыҡ әҙерләгәндә ҡушып ебәреүгә бик йәтеш.
Таҙа кишер һәм сөгөлдөрҙө генә баҙға төшөргөгөҙ килһә, тимәк, уны йыуып, киптереп целлофан ҡапсыҡтарҙа һаҡларға була. Был осраҡта уларҙың осон һәм төбөн ҡырҡырға кәрәк.
????Картуф сөгөлдөр менән генә яҡшы “күрше” буласаҡ. Сөгөлдөрҙө картуфтың өҫтөнә һалырға кәрәк. Сөнки ул картуфтың артыҡ дымын үҙенә тартасаҡ, ә сөгөлдәргә оҙаҡ һаҡланыр өсөн дым кәрәк.