Даирә
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлеккә ни етә!
19 Сентябрь 2024, 15:57

Ҡабаҡтан тәмлекәстәр

Ҡабаҡтың шашып өлгөргән мәле. Әйҙәгеҙ бөгөн һеҙҙең менән ҡабаҡтан тәмлекәстәр бешерәй­ек. Ә һеҙ нимәләр бешерәһегеҙ? Рецептарығыҙ менән бүлешегеҙ.

Ҡабаҡтан тәмлекәстәр
Ҡабаҡтан тәмлекәстәр

 Ҡабаҡтан омлет

Бының өсөн 2-3 ҡабаҡ, 4-5 йомортҡа, 130-150 гр сыр, 4-5 аш ҡалағы ҡаймаҡ, тәменә ҡарап тоҙ, борос, кипкән һарымһаҡ алына.

Ҡабаҡтарҙы йыуып, йоҡа ғына итеп ҡырҡҡы­лайбыҙ.

Бәләкәй генә табаҡта йомортҡа менән ҡай­маҡты һалып туҡыйбыҙ. Тоҙ, борос өҫтәйбеҙ. Яҡшылап болғатабыҙ. Йомортҡалы заливка әҙер.

Форманы үҫемлек майы менән майлайбыҙ. Унан бер рәт туралған ҡабаҡты теҙәбеҙ. Был ҡа­баҡ өҫтөнә йомортҡалы заливканы ҡоябыҙ.

Быларҙың өҫтөнә сырҙы ҡырғыстан үткәреп һалабыҙ ҙа йәнә бер ҡат ҡабаҡ теҙәбеҙ. Ошолай бер нисә ҡат эшләйбеҙ. Иң өҫкө ҡатҡа ҡалған сы­рҙы һибеп, форманы 180 градус ҡыҙыулыҡтағы духовкаға 30-35 минутҡа оҙатабыҙ.

Ҡабаҡлы йөҙөм бәлеше

Ҡамырҙы 2-3 сәғәт алдан эшләгәндә һәйбә­терәк була.

Бының өсөн ит бешкән һурпаға үҫемлек майы һалып, бер семтем сода, самалап тоҙ һалып баҫыр кәрәк. Әгәр инде ит һурпаһы булмаһа, 1 стакан­ды тултырмай ғына ҡайнар һыу алып, үҫемлек майы ҡушып бутайбыҙ.

Ҡабаҡты ваҡлап турайбыҙ, дөгөнө бер аҙ үҫемлек майы ҡушылған тоҙло һыуҙа бүрттерә­беҙ. Йөҙөмдө йылымыс һыуҙа тотоп алабыҙ.

Ҡабаҡ, йөҙөм, дөгө, шәкәр, самалап тоҙ менән эслек әҙерләйбеҙ.

Хәҙер инде ҡамыр йәйеп, эслеген һалырға ғына ҡалды. Әйткәндәй, эслеккә аҡ май ҡушһаң, бигерәк тә тәмле була.

Ҡабаҡтан рулет

Уртаса ҙурлыҡтағы ике ҡабаҡ, бер кишер, 60- 70 грамм сыр, бер тырнаҡ һарымһаҡ, ике аш ҡа­лағы ҡаймаҡ алабыҙ.

Ҡабаҡты буйына нәҙек итеп киҫәбеҙ. Ике яғына ла әйләндереп майҙа ҡыҙҙырабыҙ. Беше­рергә лә мөмкин. Шунан кишерҙе, һарымһаҡты, сырҙы ҡырғыс аша үткәреп, ҡаймаҡ менән һәй­бәтләп бутайбыҙ. Эслекте әҙер ҡабаҡҡа һалып, рулет итеп урайбыҙ.

Ҡабаҡтан запеканка

Кәрәк: 500 гр ҡабаҡ, 200 гр эремсек, 100 гр манный, 250 гр һөт, 150 гр шәкәр, 3 йомортҡа, 15 гр аҡ май, 50 гр ҡаймаҡ.

Ҡабаҡты тышынан әрсейбеҙ. Ҡабаҡты киҫәк­тәргә телеп, һыу, тоҙ һалып 15 минут тирәһе ҡай­натабыҙ. Артабан һыуын һарҡытып, блендер менән иҙәбеҙ. Һөт менән манный ярмаһынан ҡуйы итеп бутҡа бешерәбеҙ. Уны ҡабаҡлы пю­реға ҡушабыҙ һәм йомортҡа, эремсек, шәкәр ҡушып бутайбыҙ. Форманы майлап, духовкала 180 градуста 25 минут тирәһе бешерәбеҙ. Өҫтәлгә бирер алдынан шәкәр пудраһы һипһәгеҙ ҙә була.

Ҡабаҡтан цукат

500 г самаһы ҡабаҡ, 250 г шәкәр, бер аҙ ғына корица, бер әфлисун, шәкәр пудраһы, 10 г картуф крахмалы (оҡшамаһа, алмағыҙ) кәрәк.

Ҡабаҡты таҙартып, ваҡлап шаҡмаҡлап ту­рарға ла, шәкәр һалып 2 сәғәткә ултыртып то­рорға. Һуты бүленеп сыҡҡас, унда тәүҙә әфлисун ҡабығын турап өҫтәргә, һуңынан һутын һалырға. Корицаны ла ҡушҡас, утҡа ҡуйырға. Сироп ҡай­нап сыҡҡас, утты әкренәйтеп, тағы 5 минут ҡай­натырға ла, 3-4 сәғәткә һыуытырға ҡуйырға.

Артабан тағы 5 минут утта тотоп, алып 3-4 сәғәт һыуытырға. Шунан йәнә ошо процедура­ны ҡабатларға. Өсөнсөгә һыуынған сиропты тү­гергә. Цукаттарҙы пергаментҡа йәйеп, духовкала 50 градус йылылыҡта 2-3 сәғәт йәки бүлмә тем­ператураһында өс көн киптерергә. Әйләндереп торорға онотмағыҙ.

Аҙаҡтан шәкәр пудраһына бутап, крахмал һибеп ҡуйырға. Ҡабаҡ цукаттарын ябыҡ банкала һаҡларға мөмкин.

Әҙерләүе оҙағыраҡ инде, әммә тәмле.

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!

Автор:
Читайте нас: