Эшсе һөнәр эйәләренә юл асыҡ
Квалификациялы эшсе кадрҙар һәм урта звено белгестәре әлеге мәлдә эш биреүселәр араһында нығыраҡ талап ителә. Бындай шарттарҙа кадрҙар әҙерләүҙә урта һөнәри белем биреү ойошмаларының роле объектив арта. Бөгөнгө көндә колледж студенттары белем генә алып ҡалмайҙар, ә шулай уҡ профессиональ тәжрибә лә туплап, мөмкин тиклем иртәрәк оло тормошҡа аяҡ баҫырға һәм карьера төҙөй башлар өсөн ҙур башланғыс та ала. Колледжда уҡыуҙың ыңғай яҡтары күп. Беренсенән, бында уҡырға инеү вузға ҡарағанда еңелерәк. Икенсенән, ике-өс йылдан һөнәр алып, эш тә башлай алаһың. Бынан тыш, колледждар үҙгәреүсән хеҙмәт баҙары шарттарына тиҙ яраҡлаша һәм яңы һөнәрҙәр тәҡдим итә ала.
Яңы уҡыу йылы алдынан беҙ Ауырғазы күп профилле колледжының Ҡырмыҫҡалы филиалындағы эштәр менән таныштыҡ. Уҡыу йортоноң яңы етәксеһе Нуриман Ульябаевтың эшкә ныҡлы тотонғаны әллә ҡайҙан уҡ күҙгә салына. Элек һәр бер машина тиерлек колледж биләмәһенә үтә алһа, хәҙер был урындар ҡойма менән уратып алынған.
- Студенттар һәм башҡалар хәҙер бер ҡапҡанан, бер ишектән генә инеп йөрөйәсәк. Был хәүефһеҙлек өсөн бик мөһим, - тип таныштырҙы ул эш барышы менән.
Нуриман Исмәғил улы әйтеүенсә, быйылғы йылда колледжға иретеп йәбештереүсе һөнәренә уҡырға килеүселәр бигерәк күп. Шуға күрә улар, хатта, коммерция бүлеге асмаҡсылар.
-Быйыл ике төркөм йыябыҙ. Беренсеһендә иретеп йәбештереүселәр, ә икенсеһендә хужалыҡ эшселәре белем аласаҡ. Икенсе йылдан логист, социаль хеҙмәткәр, токарь һөнәрҙәре буйынса төркөмдәр булдырырға планлаштырабыҙ. Әле токарҙәрҙе эшкә урынлаштырыу буйынса Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе менән килешеү төҙөү өсөн һөйләшеүҙәр алып барабыҙ. Яңыраҡ район ветеринария станцияһына ла барып, белгестәр менән ҡытлыҡ юҡмы икәне тураһында белештем. Белгестәр етмәй, тинеләр. Шуға күрә колледжда кесе ветеринар фельдшерын әҙерләргә планлаштырабыҙ. Ошоға тиклем колледжда дүрт курс уҡытыла ине, быйылдан ул ике йылға ҡалдырыла. Шуға күрә төркөмдәрҙе икеләтә арттыра алабыҙ, - тигән пландары менән таныштырҙы етәксе.
Колледж етәкселегенең тағы бер ҡыуаныслы яңылығы бар: Мәғариф һәм фән министрлығы йылылыҡ трассаһын яңыртыр өсөн ике миллион һум аҡса бүлгән.
-Ҡырҡ йыл элек төҙөлгән йылылыҡ трассаһын тиҙҙән яңыртасаҡбыҙ. Әле тағы ла документтар әҙерләйбеҙ. Республика Башлығы Радий Хәбировтың колледждарға ярҙам итеү программаһына эләгербеҙ һәм киләһе йылда ике корпусҡа ла капиталь ремонт эшләрбеҙ, тигән план менән йәшәйбеҙ. Уҡыу комплексын студенттар өсөн ятаҡ итеп ҡалдырыу, ә ятаҡты уҡыу комплексы итеү идеяһы менән янабыҙ, -тигән ҡыуанысы менән дә бүлеште Нуриман Исмәғил улы.
Быйылғы уҡыу йылы аҙағында колледжда белем алыусы 258 студенттың 75-е сығарылған. Уларҙың унауһы тик “5” билдәләренә генә тамамлап, артабан юғары белем алырға иҫәп тота. Белеүегеҙсә, Башҡорт дәүләт аграр университеты колледж менән күптән хеҙмәттәшлек итә һәм үҙҙәре үк килеп, имтихан алып, бында уҡыған егет-ҡыҙҙарҙы бюджет төркөмөнә ҡабул итәләр. Шулай уҡ быйылдан башлап Өфө фән һәм технологиялар университеты ҡарамағындағы авиация институты менән дә хеҙмәттәшлек итә башлағандар. Шуны ла әйтергә кәрәк: колледжда иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләштереүсе студенттар төрлө конкурстарҙа ҡатнашып еңеү яулауға өлгәшәләр. Шуныһы ҡыҙыҡ: иретеп йәбештереүсе һөнәренә хәҙер бында егеттәр генә түгел, ә шулай уҡ ҡыҙҙар ҙа уҡый. Колледждың педагогтар һәм тәрбиәселәр йәһәтенән ҡытлыҡ кисермәүе лә ҡыуандыра.
Колледж етәкселеге студенттарҙы илһөйәрлек рухында тәрбиәләү, сәләмәт тормошҡа әйҙәү, спортҡа йәлеп итеү, ирекмәндәр эшен яйға
һалыу эшен дә киңерәк йәйелдереп ебәрергә тигән уй менән йәшәй.
Барлыҡ пландарығыҙ, идеяларығыҙ яҡын киләсәктә бойомға ашһын!
Розалия НАЗАРОВА.
Автор фотоһы.
Республика Башлығы Радий ХӘБИРОВ:
- Беҙҙең өсөн студенттарыбыҙҙың кәйефен, пландарын, урта һөнәри белем биреүҙә бөтәһе лә яҡшымы-юҡмы икәнен аңлау бик мөһим. Республикаға бөгөн төрлө өлкәләрҙә эшләйәсәк, үҙҙәренең аҡылы, ҡулдары менән хеҙмәт байлығын булдырасаҡ грамоталы белгестәр бик кәрәк. Шуға күрә беҙ республика колледждарына етди иғтибар итәбеҙ. Мәғариф учреждениеларын
модернизациялауға байтаҡ аҡса бүләбеҙ. Һүҙ матди-техник базаны яңыртыу, уҡыу корпустарын һәм ятаҡтарҙы ремонтлау тураһында бара. Һеҙһеҙ беҙ артабан республикабыҙҙы
алға алып бара алмаясаҡбыҙ.
Нуриман УЛЬЯБАЕВ, йәмәғәтселек фекере лидеры:
- Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров профессиональ белем биреүгә ҙур ярҙам һәм иғтибар бирә: колледж инфраструктураһын үҫтереүгә байтаҡ финанслау бүленә, һәләтле, уҡыуҙа һәм ғилми эшмәкәрлектә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән колледж студенттарына ярҙам күрһәтелә, Рәсәй Федерацияһының «Мәғарифты үҫтереү» дәүләт программаһының «Профессионалитет» федераль проекты сиктәрендә урта профессиональ белем биреү кластерҙарын үҫтереүгә дәүләт ярҙамы күрһәтеүгә гранттар бирелә.