Йыл да көтөп алабыҙ
Ҡояш йылыһына бар тәбиғәт ҡышҡы йоҡоһонан уянып, еребеҙ яҙ һулышын ала. Был ваҡытта йылғалар асыла, ағастар бөрөләнә башлай, бар донъя ҡоштарҙың моңло тауышына күмелә.
Ошо мәлдәрҙә күңелгә гелән:
Ҡарҙар ирей һыу таша,
Талдар бөрөһөн аса.
Көҙөн киткән ҡоштарыбыҙ
Беҙҙе һағынып ҡайта, - тигән шиғыр юлдары килә.
Эйе, Тыуған илдәрен һағынып, йылы яҡтарҙан беҙҙең ҡанатлы дуҫтарыбыҙ ҙа ҡайтты. Түбәнге Төкөн мәктәбе уҡыусылары менән был миҙгелде йыл да көтөп алабыҙ. Бигерәк тә быйыл иғлан ителгән ғаилә йылында улар атай-ағайҙары менән берлектә ең һыҙғанып эшкә тотондолар: ағастарға оялар урынлаштырҙылар, тағараҡтар элделәр.
Мәктәп уҡыусылары берҙә генә тағараҡтарҙы буш тотмай, көн һайын өйҙәренән алып килгән емде өҫтәп кенә торалар. Йыраҡ араларҙан йонсоп ҡайтҡан ҡоштар тиҙерәк хәл алып, көс туплап, ҡошсоҡтарын үҫтерергә әҙерләнһендәр тип тырыша улар. Уҡыусыларыбыҙҙың ҡоштар – беҙҙең ҡанатлы дуҫтарыбыҙ булыуын онотмауҙары ҡыуандыра.
Рита ДӘҮЛӘТШИНА,
Түбәнге Төкөн мәктәбе уҡытыусыһы.