+1 °С
Ҡар
Бәлеш - печеньелар өсөн ыуалып торған ҡамыр:
(песочное тесто)
- 150 г он
- семтем тоҙ
- 75 г аҡмай
- 1 йомортҡа һарыһы
- 3 аш ҡалағы һыу
Һауытта он менән тоҙҙо ҡушабыҙ. Артабан ваҡ итеп туралған (һыуытҡыстан алынған) аҡмай өҫтәйбеҙ һәм бөрсөкләнгәнсе ыуалайбыҙ. Йомортҡа һарыһын һәм 3 аш ҡалағы һалҡын һыу өҫтәп ҡамыр баҫабыҙ. Ҡамыр әҙер булғас шар итеп йомарлап полиэтиленға урап 30 минутҡа һыуытҡысҡа һалып торабыҙ.
Был ҡамырҙан печенье һәм төрлө емеш- еләкле бәлештәр бешерергә мөмкин.