Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлеккә ни етә!
16 Август 2023, 21:13

Помидоры берәр кило, боростары 30 сантиметрға етә!

 Уңған ғаилә 200 килограмға яҡын һарымһаҡ һатҡан.    

Помидоры берәр кило, боростары 30 сантиметрға етә!
Помидоры берәр кило, боростары 30 сантиметрға етә!

Ишембай районының Смаҡай ауылынан Фәүзиә Насирова, быйыл ҡырау төшөп мәшәҡәт һалһа ла, уңышҡа һис зарланмай.

- Һуңғы ҡырау бигерәк тә ғәжәпләндерҙе. Төрлө ерҙә ултырһалар ҙа, бер бәрәңгегә, бер помидорға, бер кукурузға, бер ҡабаҡҡа тейгән. Ҡырауҙың шулай  һайлап ҡына төшөүе ғәжәпләндерҙе. Уңыш һәр ваҡыттағыса матур булды. Боростарым 25-30 сантиметрға тиклем үҫте. Помидорҙарымдың бер сорты 800-900 грамға, берәр килограмға етте. Өс дүрт көн һайын уртаса биш биҙрә йыйып кертеп торам. Барыһын да ашап бөтөп булмай, әлбиттә. Ләкин береһен дә әрәм итмәйем. Уларҙан төрлөсә витаминлы ризыҡтарҙы ҡышҡылыҡҡа әҙерләп ҡуям. Бәрәңгегә лә зарланырлыҡ түгел. Майҙа сәскән картуф 40 көндә эре булып өлгөрҙө, июндән яңы уңышты ашай башланыҡ. Һарымһаҡтан да ризабыҙ, уны быйыл 182 килограмм һаттыҡ. Әле тағы ла бар әле,  – тине оҫта баҡсасы.

Ошо тиклем ҙур баҡсаны үҫтереүҙә тормош иптәше, каникулға ҡайтҡан ейән-ейәнсәрҙәре лә ярҙам итә. Бергәләп тотонғас, эш тә ырай. “Барыбыҙҙың да ризыҡҡа яҙһын, иҫән-һау ашарға булһын”, - тип ҡәнәғәт йылмая Фәүзиә апай.

Фото: шәхси архивтан.

Автор:Миляуша Давлянова
Читайте нас: