Мәтрүшкә – бейеклеге 30-80 сантиметр булған, урман ситендә, тау биттәрендә үҫкән күп йыллыҡ үҫемлек. Элек-электән уны дарыу үләне итеп тә файҙаланғандар, сәйгә лә һалып эскәндәр. Мәтрүшкә елкенһенеүгә ҡаршы сара булараҡ ҡулланыла, шулай уҡ һөт төшөүҙе көсәйтергә һәм башҡа осраҡтарҙа ярҙам итә. Тик түбән ҡан баҫымынан яфаланған кешеләргә, ауырлы ҡатын-ҡыҙҙарға был үлән менән бик һаҡ булырға кәрәк.
Ғәҙәттә, мәтрүшкә июль-август айҙарында сәскә ата, ә ҡайһы берҙә хатта сентябрь урталарына тиклем дә барып етә. Сеймал сифатында егерме-утыҙ сантиметр оҙонлоҡтағы сәскәле һабаҡтар ҡулланыла, уларҙы ҡайсы ярҙамында ҡырҡыу уңайлы.
Мәтрүшкәне, ғәҙәттә, иртәнсәк, ямғырһыҙ көндә йыялар. Шулай уҡ йыйыу урынының юл һәм заводтарҙан мөмкин тиклем алыҫтараҡ булыуы мөһим. Әгәр ҙә ысыҡ төшһә, үләндәрҙең кипкәнен көтөргә кәрәк. Уны сумка һәм пакеттарға түгел, ә тәбиғи материалдарҙан эшләнгән кәрзингә һалырға кәрәк, сөнки бындай һауыттарҙа һауа әйләнеше бар һәм мәтрүшкә оҙаҡ һаҡлана.
Артабан мәтрүшкәне тура ҡояш нурҙары төшмәгән ерҙә киптерергә кәрәк. Уның бер нисә юлы бар:
Беренсе осраҡта үләндәрҙе тәбиғи ептәр ярҙамында шәлкемгә бәйләп, сәскәләрен аҫҡы яҡҡа ҡаратып элеп ҡуйырға кәрәк.
Икенсе осраҡта мәтрүшкәне бер-ике сантиметрлыҡ киҫәктәргә бүлеп, ике ҡатлы марля өҫтөндә киптерергә кәрәк. Бындай ваҡытта иң мөһиме – үләнде әйләндереп торорға онотмағыҙ.
Өсөнсө осраҡ менән киптереүҙең эше күберәк булһа ла, ул иң яҡшы һөҙөмтә бирә. Тәүҙә үләнде ваҡлап, ҡул ярҙамында ыуырға кәрәк. Һуңынан дымлы марля менән ҡаплап, киптерергә ҡуйығыҙ. Шулай уҡ бер нисә көн дауамында үләнде әйләндереп тороу мөһим. Марляны ҡабаттан һыуламайбыҙ.
Үләндәр йыйыу – ябай эш, иң мөһиме – ялҡауланмаҫҡа кәрәк. Үҙ ҡулдарың менән әҙерләгән үләндәрҙең бик файҙалы икәнен онотмағыҙ.
Гүзәлиә ЗӘЙНУЛЛИНА
"Башҡортостан" гәзите